Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
18 Июнь 2019, 14:26

Салауат Юлаев – халыҡ хәтерендә

Башҡорт халҡының милли геройы, шағир-импровизатор, яҡташыбыҙ Салауат Юлаевтың тыуыуына быйыл 265 йыл тулды. Ә уның тыуған көнөндә, 16 июндә, яндырылған Тәкәй ауылы урынында ҡуйылған таштирмә эргәһенә халыҡ күпләп йыйылды.

Башҡорт халҡының милли геройы, шағир-импровизатор, яҡташыбыҙ Салауат Юлаевтың тыуыуына быйыл 265 йыл тулды. Батырыбыҙ хөрмәтенә районда йөкмәткеле саралар уҙғарылып тора. Ә уның тыуған көнөндә, 16 июндә, яндырылған Тәкәй ауылы урынында ҡуйылған таштирмә эргәһенә халыҡ күпләп йыйылды.


Балалар ҙа, ололар ҙа – милли батырыбыҙҙың шиғырҙарын яттан һөйләне, уның тураһында йырҙар башҡарҙы. Районыбыҙ ағинәйҙәре, “Арғымаҡ” этно-рок төркөмөнөң ҡатнашыуы сараны тағы ла йәмләне.
Был урын Рәсәйҙең Эске туристик маршруттары реестрына индерелгән. Киләсәктә таштирмәнең иң әһәмиәтле тарихи һәйкәлдәрҙең береһенә әйләнеүе ихтимал. Ул, һис шикһеҙ, төбәктә туризмды үҫтереүгә яңы этәргес бирәсәк.
Читайте нас: