Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
6 Май 2019, 13:31

Еңеү хаҡында тарих

Башҡортостанда Бөйөк Ватан һуғышындағы Еңеүҙең 74 йыллығына “Еңеү тарихтары” тигән күләмле проект әҙерләнде. Ил тарихына битараф булмаған 8 – 11-се класс уҡыусылары ветерандарҙың иҫтәлектәренә арналған 170-тән ашыу видеояҙма төшөрҙө. Ошо үҙенсәлекле яҙмаларҙан фильм эшләнде. Ул 9 майҙа Башҡортостан юлдаш телевидениеһы (БСТ) каналында “Еңеү тарихтары” марафоны сиктәрендә күрһәтеләсәк.

Башҡортостанда Бөйөк Ватан һуғышындағы Еңеүҙең 74 йыллығына “Еңеү тарихтары” тигән күләмле проект әҙерләнде. Ил тарихына битараф булмаған 8 – 11-се класс уҡыусылары ветерандарҙың иҫтәлектәренә арналған 170-тән ашыу видеояҙма төшөрҙө. Ошо үҙенсәлекле яҙмаларҙан фильм эшләнде. Ул 9 майҙа Башҡортостан юлдаш телевидениеһы (БСТ) каналында “Еңеү тарихтары” марафоны сиктәрендә күрһәтеләсәк.


Салауат районынан ошо проектҡа Малаяҙ башҡорт гимназияһы уҡыусылары (мәктәп телестудияһы етәкселәре – гимназия директорының тәрбиә эше буйынса урынбаҫары Фәнүзә Гәрәева, өлкән вожатый Зәлифә Хәкимова, монтажлаусы Денис Сәләхов) Еңеүҙең 70 йыллығына төшөрөлгән видеояҙманы тәҡдим итте. Улар Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы яугир, отставкалағы полковник Тәүил Шакиров тураһында фильм төшөргән булған. Йыл һайын Еңеү байрамы тантаналарында ялҡынлы телмәр тотҡан 93 йәшлек ветеран, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн ҡаты сирләй.


Ҡыҙыл Йондоҙ һәм II дәрәжә Ватан һуғышы ордендары кавалеры, фронтовик Тәүил Ниғәмәтйән улы Шакировтың видеояҙмалағы хәтирәләренән өҙөк тәҡдим итәбеҙ.

“Беҙ, өс класташ, бергә һуғышҡа киттек. Уларҙан мин генә иҫән ҡайттым. Туймазылағы запастағы кавалерия полкына эләктем, беҙҙе сержант йәки старшина итеп әҙерләргә тейештәр ине, ләкин, звание бирмәйенсә, шунда уҡ фронтҡа оҙаттылар.
Буг йылғаһы буйын­дағы Көнбайыш Белоруссияны азат иткәндә тәүге һуғышта ҡатнаштым. Аҙаҡ – Польша, һуңынан немецтар биләмәһенә барып еттек. Берлинды штурмға алыр алдынан беренсе Белоруссия фронты командующийы маршал Г. К. Жуков беҙҙең икенсе гвардия кавалерия корпусы хәрбиҙәренең парадын ҡабул итте. “Беҙ Берлинды алырға тейешбеҙ”, – тине ул беҙгә.
Унда табан хәрәкәт иткәндә ҡаты алышырға тура килде. Сөнки немецтар ныҡ ҡаршы торҙо. Һуңғы һөжүм мәлендә беҙҙе Эльба йылғаһына Америка ғәскәрҙәре менән осрашырға ебәрҙеләр. Өс тәүлек барҙыҡ. Аҙымлап түгел, юрттырып. Аяҡ өҫтө ашайһың да тағы алға. Американдар менән осрашҡас, һуғыш тамамланды тип уйланыҡ, әммә ул бөтмәгәйне. Беҙҙе Германияның төньяғына йүнәлттеләр, даими дислокация урынына...
9 майҙа иртәнге 4 сәғәттәрҙә тәртипһеҙ атышыуҙар башланды. Баҡһаң, һуғыш тамамланған икән. Шул хаҡта беҙгә хәбәр итеп, боеприпастарҙы тулыһынса һауаға атып бөтөргә ҡуштылар. Бына ҡайҙа шатлыҡ, ҡосаҡлашыуҙар, ниһайәт, үлем сигенде...”
Читайте нас: