Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
5 Март 2019, 12:05

Исеме мәңгеләштереләсәк

Шағир Сафуан Әлибайҙың исеме мәңгеләштереләсәк. Район хакимиәте башлығы Марс Кашапов Тирмән урта мәктәбенә әҙиптең исемен биреүҙе

Шағир Сафуан Әлибайҙың исеме мәңгеләштереләсәк. Район хакимиәте башлығы Марс Кашапов Тирмән урта мәктәбенә әҙиптең исемен биреүҙе юллау буйынса эште тергеҙергә ышандырҙы.

Тирмән ауылында Сафуан Әлибайҙың тыуыуына 78 йыл тулыуы уңайынан уҙғарылған ҡәҙер һәм хәтер кисәһендә ошо мәсьәләне уның Илтәйҙән килгән энеһе Рәшит Зарипов күтәрҙе. Бер нисә йыл элек район Советы шағирҙың исемен тыуған ауылындағы мәктәпкә бирергә тигән ҡарар сығарғайны. Ләкин, юғарыла документтар юғалыу сәбәпле, был эш аҙағына еткерелмәгән. “Янғантау” шифаханаһы ярҙамы менән 2015 йылда мәктәптә Сафуан Әлибаевтың музей-бүлмәһе булдырылды. Хәтер кисәһенә йыйылған ҡунаҡтар тәүҙә уның менән танышты.

Педагогик хеҙмәт ветераны Фәриҙә Йомаҙилова Сафуан Әлибайҙың китаптарын ҡулдан-ҡулға йөрөтөп уҡыуҙары тураһында хәтирәләре менән уртаҡлашты. Уның һүҙҙәренсә, шағир ауылға ҡайтһа, ҡышын саңғыла йөрөгән, йәйен йүгереү менән шөғөлләнеп, әүҙем сәләмәт тормош алып барған. Һүрәт төшөрөргә лә оҫта булған, йырларға ла яратҡан. Һәр саҡ ҡатыны Фәрҙиә менән сәхнәләрҙә моңло йырҙар башҡарғандар.

Күренекле шәхестең энеһе, хәрби медицина полковнигы Айҙар Әлибаев һөйләүенсә, Сафуан ағаһы үҙенең шиғырҙары менән Германияла, Монголияла ла сығыш яһаған булған. Уның һүҙҙәренә бөгөн бик күп йырҙар яҙылған. Ауыл ағинәйҙәре “Тирмән шишмәһе” йырын башҡарһа, “Оло ер” ансамбле “Ҡойон”до йырланы. Ә район мәҙәниәт бүлеге начальнигы Жәмил Мөхәррәмов шағирҙың яратҡан йырын “Азамат”ты һуҙҙы. Баш ағинәй Фәүзиә Шакирова сығарған таҡмаҡтар ҙа яңғыраны. Мәктәп уҡыусылары, ауылдаштары шиғырҙарын һөйләне.

Шағир, яҙыусы, журналист Сафуан Әфтәх улының ижади эшмәкәрлеге Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге премияһы, балалар һәм үҫмерҙәр әҙәбиәте өлкәһендәге Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы, ЮНЕСКО-ның Г. Х. Андерсен исемендәге Халыҡ-ара Маҡтаулы дипломы, “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре” маҡтаулы исеме, Салауат Юлаев ордены менән баһаланған. Ул “Рәсәйҙең иң яҡшы кешеләре” энциклопедияһына ингән, Салауат районының Почетлы гражданы ла. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Сафуан Әлибаевтың тыуған көнө 21 февралдә үтте. Шағир 2014 йылда баҡыйлыҡҡа күсте. Быйыл 6 июлдә уның вафатына биш йыл тула.
Читайте нас: