Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
20 Февраль 2019, 12:01

Абруйлы афған ветераны

Ахун ауылынан Илшат Усманов Афғанстанда хәрби-интерна­циональ бурысын үтәй. Ул 1983 – 1985 йылдарҙа Пактия провинцияһының Гардез ҡалаһында 56-сы десант-штурмлау бригадаһы составында урындағы законлы хөкүмәткә ҡаршы баш күтәреүселәр менән алыша.

Ахун ауылынан Илшат Усманов Афғанстанда хәрби-интерна­циональ бурысын үтәй.

Ул 1983 – 1985 йылдарҙа Пактия провинцияһының Гардез ҡалаһында 56-сы десант-штурмлау бригадаһы составында урындағы законлы хөкүмәткә ҡаршы баш күтәреүселәр менән алыша.

Илшат Усманов әрменән һуң “Йүрүҙән” совхозының Ахун бүлексәһендә эшләй. Мәктәптә хужалыҡ мөдире була. Хәҙер Себерҙә вахта ысулы менән эшләп йөрөй. Ҡатыны Земфира менән дүрт бала үҫтереп, ауылда өлгөлө тормош көтәләр.

– Илшат ағай – абруйлы кешеләрҙең береһе. Быға тиклем ул Ахун ауылының старостаһы ла булды. Һәр саҡ кешегә ярҙам ҡулы һуҙырға тырыша, – ти ауылдашы хаҡында Мәсетле ауыл хакимиәте башлығы Адик Асҡаров.

Шуны әйтергә кәрәк, Илшат Хөснулла улы афғанда класташы, Учалыла шоферға икәүләп уҡыған дуҫы Ринат Ханов менән бергә була.
Читайте нас: