Лағыр урта мәктәбендә Совет ғәскәрҙәренең Афғанстандан сығарылыуының 30 йыллығына арнап, яугир-интернационалистар, хәрби хәрәкәттәр ветерандары һәм студенттар менән осрашыу үтте.
Сараға афған яугирҙары Ирғәле Фәхретдинов, Асрал Яныбаев, Юрик Фәтихов, Илшат Ғәлимов, Тәлғәт Заһитов, Вил Хәмитов һәм Даманск утрауындағы хәрби бәрелештәрҙә ҡатнашҡан отставкалағы майор Ринат Дәүләтбаев килде. Әйтергә кәрәк, Лағыр ауыл биләмәһенән Афғанстанда 17 кеше хеҙмәт иткән – был һан район буйынса иң күбе. Яҙғыйорттан Ҡадир Ғәзимов – Батырлыҡ ордены, Сыбаркүлдән Булат Тажетдинов “Хәрби ҡаҙаныштары өсөн” миҙалы менән бүләкләнгән.
Осрашыу программаһы бик бай булды. Тәүҙә волейбол, шахмат уйындары уҙғарылды. Унда афған яугирҙары, мәктәп уҡыусылары, студенттар һәм ауыл йәштәре командалары ҡатнашты. Пневматик винтовканан атыу, АК-74 автоматын һүтеп-ҡороу ярыштары ла ойошторолдо. Мәктәптең 5 – 11-се класс уҡыусылары концерт ҡуйҙы. Яугир-интернационалистар исеменән Ирғәле Фәхретдинов менән Ринат Дәүләтбаев йәш быуынға фәһемле кәңәштәрен еткерҙе. Афған һуғышы ветерандары мәктәпкә туптар һәм шахматтар бүләк итте. Уларға мәктәп етәкселеге һәм ауыл биләмәһе башлығы Зәбир Ситдиҡов Рәхмәт хаты һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.
Лағыр урта мәктәбендә йыл һайын “Ватанға хеҙмәт итәм” хәрби-патриотик тәрбиә айлығы үтә. Уның сиктәрендә уҙғарылған был осрашыу ҙа мәктәп уҡыусыларында илһөйәрлек тойғоһон үҫтерергә булышлыҡ итә. Балалар яугирҙарҙың сыҙамлыҡ, батырлыҡ, Тыуған илде, туған-яҡындарҙы яратыуы менән генә һуғышты үтеп, герой булып ҡайтыуына инанды.
Лағыр урта мәктәбе директоры.