1979 – 1989 йылдарҙа Совет һалдаттары Афғанстан Демократик республикаһында интернациональ хәрби бурысын үтәй. Тиҫтә йыл буйына сит биләмәлә барған һуғышта Салауат районынан 180-дән ашыу егет ҡатнаша.
Арҡауылдан Аллур Малиҡов афған еренә райондан тәүгеләрҙән булып инә. Ул 1978 йылда ауылда мәктәпте тамамлағас, көҙгә әрмегә алына. Украинаның Днепропетровск өлкәһе Павлоград ҡалаһында йәшерен ракета эләмтәһе буйынса 6 ай уҡыуҙа була. Артабан Ҡаҙағстандың Һары Үҙәк ҡалаһына күсерелә. Унда күп тә хеҙмәт итмәй, Ырымбур өлкәһенең Тоцк полигонына учениеға ебәрәләр. Лагерҙа уларҙы барлыҡ төр ҡорал менән эш итергә, БМП һәм БТР кеүек хәрби техниканы йөрөтөргә өйрәтәләр.
1980 йылдың 3 ғинуарында барыһын да тревога менән йыйып, хәрби техниканы ла, личный составты ла эшелонға тейәп, Үзбәкстандың Термез ҡалаһына оҙаталар. Унан инде һалдаттарҙы ҡоралландырып, БТР-ҙар менән бергә тейәп, ҡеүәтле Ил-76 йөк самолетында Афғанстандың Ҡабул ҡалаһына осалар. Таулы афған ерендә улар дошмандарға ҡаршы масштаблы операциялар башлай. Джелалабад һәм Пули-Хумри провинцияларында боевиктар менән һуғышалар.
– 40-сы резерв армияһында булдым. Беҙҙең ротаны “тау пехотаһы” тип йөрөтәләр ине, – ти отставкалағы кесе лейтенант Аллур Ахуньян улы.
Хәрбиҙәрҙе вертолет менән тауҙа ҡалдырып, улар йәшеренеп, дошманды һағалаған. Бойороҡ буйынса, үтеп китеп, кире сигенгән мәлдәрендә генә юҡ иткәндәр. Бар төр ҡорал, хәрби техника менән файҙалана белгәс, яуҙа һәләк булған иптәштәрен алмаштырырға тура килгән. Аллур ағайҙың үҙе лә һуғышта имгәнгән осраҡтары булған. 1980 йылдың 26 декабрендә хеҙмәтен тултырып ҡайта. Яугир интернациональ бурысын намыҫлы үтәгәне өсөн хөкүмәт наградаларына эйә, бер нисә йыл элек “Афған Даны” ордены менән бүләкләнгән.
Арҡауыл ЛПУ-һында эшләй, мәктәптә военрук та була. 18 йыл газ хужалығында мастер эшен атҡарып, бөгөн – “Башкирэнерго”ның урындағы бүлексәһендә һаҡсы.
Аллур Малиҡов ҡатыны Айгөл Ҡазихан ҡыҙы менән өс бала үҫтергәндәр. Хәҙер ул – биш ейән-ейәнсәргә олатай. Үҙҙәре һалып кергән өйҙә, мал аҫырап, йорт ҡуяндары үрсетеп, бал ҡорттары тотоп, тырышып донъя көтә яугир-интернационалист ғаиләһе.