Һәр кем үҙенең күңелендә әрме йылдарын, бергә хеҙмәт иткән иптәштәрен, ул ваҡыттағы ваҡиғаларҙы йыш ҡына иҫкә ала. Ә “ҡыҙыу нөктәләр”ҙе үтеүселәр хеҙмәттәштәрен туғандары кеүек күрә. Афған ерендә хеҙмәт итеп, шундағы ауырлыҡтарҙы бергә татығас, хеҙмәттәштәр күңелдә һәр саҡ йәшәй.
Юлай ауылынан Абдулхай Йоносов та һирәк кенә һаҡланған фотолағы (сөнки уларға фото төшөрөргә ярамаған) иптәштәрен ҡарап, ”Их, осрашһаң ине”, – ти торғайны. Күрәһең, фәрештәнең “Амин”, тигән сағына тура килеп, теләге тормошҡа ашты. Райондың хәрби хәрәкәттәре ветерандары берлеге рәйесе Рөстәм Хөснуллин былтыр йәй Ырымбур өлкәһе Быҙаулыҡ ҡалаһына, афған һуғышы ветерандарының слетына барғанда, Башҡортостандан,Салауат районынан икәнен белеп ҡалған егеттәр унан: “Леханы беләһегеҙме, Йоносовты?” – тип һорашҡандар.
Леха-Абдулхай үҙенең яуҙаштары менән 36 йылдан һуң ғына осраша алды. Балтас районы егете Федя-Фәрит менән дембелгә лә бергә ҡайтҡандар. Фәрит Абдулхайҙы Өфөлә электричкаға ултыртып ебәргәндән һуң, улар шунан бирле күрешмәгән. Ҡаҙаҡ егете Жома-Марат та әрменән һуң Һамарҙа йәшәгән, һуңынан Ҡаҙағстандың Уральск ҡалаһына күскән.
Хәҙер социаль селтәрҙәр аша кешеләрҙе эҙләп табырға була. Фәриттең улы Вадим Марат Жомалиевты Интернет аша таба, тик Абдулхайҙы, Салауат ҡалаһы, Ахун ауылы тип эҙләгәс, тапмағандар. Бер-береһен тапҡас,тиҙерәк осрашайыҡ, тип, телефондан, скайптан аралашыуҙар башланды.
Шулай итеп, көтөп алынған осрашыу Илеш ерендә, Федя-Фәриттең хәҙерге көндә йәшәгән йортонда булды. Хеҙмәттәштәрҙең афған хәтирәләрен тулҡынланмайынса тыңлап булмай. Мараттың ҡатыны Джәмилә лә, Фәриттең Гүзәле лә асыҡ, алсаҡ күңелле булып сыҡты. Фәриттең балалары ла һәйбәт итеп ҡаршы алды. Өлкән улы, ҡыҙы ғаиләләре менән килде. Октябрьский ҡалаһында уҡып йөрөүсе Вадим да осрашыуға ҡайтҡайны. Илеш районының иҫтәлекле урындарында ла булдыҡ. Бер туғандар кеүек, йылы шарттарҙа үтте осрашыу. “Хәҙер Ҡаҙағстанға килегеҙ”, – тип үҙҙәре лә беҙҙе ҡунаҡҡа саҡырҙы Марат Жомалиевтың ғаиләһе.
Хеҙмәттәштәрен табырға ярҙам иткән Рөстәм Нәбиулла улына рәхмәт әйтке килә. Ул районыбыҙҙың “ҡыҙыу нөктәләр”ҙә булыусы ветерандарының алмаштырғыһыҙ ойоштороусыһы.