Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
27 Ғинуар 2019, 23:04

Ленинград блокадаһы тамамланған көн

1944 йылдың 27 ғинуарында Ленинград блокадаһы тамам­лана. Ошо тарихи ваҡиғаға быйыл 75 йыл тулды.

1944 йылдың 27 ғинуарында Ленинград блокадаһы тамам­лана. Ошо тарихи ваҡиғаға быйыл 75 йыл тулды.
Был дата Рәсәйҙә Хәрби дан көнө булараҡ билдәләнә. 1941 йылдың 8 сентябренән алып, 900 көн дауамында Ленинград халҡы һәм уны һаҡлаусылар оло ҡаһар­манлыҡ һәм сыҙамлыҡҡа һынау тота. Төрлө мәғлүмәттәр буйынса, блокада осоронда 400 меңдән алып 1 миллион ярымға тиклем кеше һәләк була.
Ҡала тик Ладога күле аша Ҙур ер менән тоташа. 1941 йылдың 12 сентябренән башлап аҙыҡ-түлек һыу юлы аша, күл боҙ менән ҡапланғас, аттарҙа ташыла. Немецтар уны бер туҡтауһыҙ авиация утына тота. Шуға ҡарамай, күл халыҡты, яралы һалдаттарҙы эвакуациялау, блокадала ҡалғандарға ҡорал, аҙыҡ-түлек ташыуҙа мөһим роль уйнай.
1943 йылдың 18 ғинуарында Ҡыҙыл Армияның Ленинград һәм Волхов фронттары ғәскәрҙәре Шлиссельбург янында осраша һәм шуның менән Ленинград блокадаһы өҙөлә. 11 саҡрым киңлегендәге барлыҡҡа килгән коридор аша аслыҡ-яланғыслыҡтан интеккән халыҡҡа аҙыҡ-түлек менән ылауҙар килә башлай. Әммә ҡала тағы ла бер йылдан ашыу ҡамауҙа була. Был осорҙа ла кешеләргә төрлө михнәттәр аша үтергә тура килә.
1944 йылдың 14 ғинуарында Совет ғәскәрҙәре Ленинградта һөжүм операцияһын башлай. Бер нисә көн барған тиңһеҙ алышта, оҙаҡҡа һуҙылған, меңәрләгән ғүмерҙе ҡыйған блокада 27 ғинуарҙа өҙөлә һәм Гитлер ғәскәре сигенә.

“Блокада икмәге” таратылды

Бөрө ҡалаһы икмәк бешереү цехында Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ҡоршауҙа ҡалған Ленинград рецебы буйынса 12 мең икмәк бешерелгән. Быйыл был эшкә тәүге тапҡыр урындағы күп профилле колледж студенттары ла йәлеп ителгән. 1941 йылғы рецепт ярҙамында тик Бөрөлә генә ошондай икмәк сығарыу 5-се йыл рәттән ойошторола. 25-26 ғинуарҙа 125 грамлыҡ ризыҡ “Блокада икмәге” тигән патриотик сарала таратылды.

Читайте нас: