Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
27 Ғинуар 2019, 22:31

“Блокада икмәге” тәме

Бөгөн – Рәсәйҙең Хәрби Дан көнө. Ә Бөйөк Ватан һуғышындағы Ленинград блокадаһын өҙөүгә 75 йыл тулды. Малаяҙ ауылында ошо тарихи ваҡиғаға арналған “Блокада икмәге” акцияһы үтте.

Ленинград ҡамауын өҙөүгә – 75 йыл

1944 йылдың 27 ғинуарында совет ғәскәрҙәре Ленинград ҡалаһын тулыһынса фашистар блокадаһынан азат итә. Шуға ла был иҫтәлекле көн Рәсәйҙең Хәрби Дан көнө тип иғлан ителгән.
Малаяҙ ауылында ошо ваҡиғаға арналған “Блокада икмәге” акцияһы үтте. Иҫтәлекле сараны райондың йәштәр сәйәсәте комитеты, “Шоңҡар” үҫмерҙәр һәм йәштәр клубы, Дыуан күп профилле колледжы филиалы, “Бергә” ирекмәндәр хәрәкәте ағзалары ойошторҙо.
Билдәһеҙ һалдат һәйкәле янындағы митингыла райондың хәрби хәрәкәттәр ветерандары берлеге рәйесе Рөстәм Хөснуллин, йәштәр сәйәсәте комитеты рәйесе Илгиз Бәҙретдинов балаларға Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы Ленинград (хәҙерге Санкт-Петербург) ҡалаһындағы ваҡиғалар тураһында һөйләне. Дошман ҡамауында ҡалған ҡала халҡының фиҙаҡәрлеген – 900 көнгә яҡын аслыҡта, һыуыҡта, ауыр шарттарҙа йәшәп, һуғыш һынауҙарын үтеүен, Ленинградты ҡотҡарған совет ғәскәрҙәренең ҡаһарманлығын йәш быуын хәтерҙә тотһон, бөгөнгө тыныс тормоштоң ҡәҙерен белһен ине, тине улар. Блокада ҡорбандарын бер минут тынлыҡ менән иҫкә алғас, һәйкәлгә венок-сәскәләр һалынды.
Һуңынан ирекмәндәр һәм кадеттар ауыл урамдары буйлап “Блокада икмәге”н таратты. Әлбиттә, ул шул рецепт буйынса бешерелгән булмаһа ла, акцияны ойоштороусылар кешеләргә 125 грамлыҡ бер киҫәк арыш икмәге биреп, был тарихи ваҡиғаны онотмаҫҡа саҡырҙы.

Белешмә өсөн
“Блокада икмәге” – арыш онона көрпә, ағас онтағы, ҡарағай ҡайырыһы, обой туҙаны, гидроцеллюлоза ҡушып бешерелгән икмәк. Бер кешегә ул тәүлегенә 125 грамм ғына бирелгән.
Читайте нас: