Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
5 Октябрь 2018, 14:10

Салауат Юлаевты иҫкә алып

Салауат Юлаевтың вафат көнө районыбыҙҙа йыл һайын Хәтер көнө булараҡ билдәләнә. Быйыл да Малаяҙ ауылында Салауат Юлаевтың бюсына сәскә һалыу тантанаһы үтте.

Салауат Юлаевтың вафат көнө районыбыҙҙа йыл һайын Хәтер көнө булараҡ билдәләнә. Быйыл да Малаяҙ ауылында Салауат Юлаевтың бюсына сәскә һалыу тантанаһы үтте.
Митингыға уҡыусылар, музей хеҙмәткәрҙәре, йәмәғәтселек килде. Сараны кадрҙар һәм биләмәләр менән эшләү бүлеге начальнигы вазифаһын башҡарыусыһы Айгиз Әхмәтйәнов асты. Артабан шағирә Лариса Абдуллина, Салауат Юлаевтың нәҫеленән, һәүәҫкәр шағир Рузит Баһауетдинов шиғри күстәнәстәрен бүләк итте. Шулай уҡ Салауат Юлаевтың шиғырҙарын яттан һөйләү буйынса 9-сы төбәк-ара конкурс еңеүселәре лә сығыш яһаны.
Хәтер көнөнә арналған сара Тәкәй ауылы урынында дауам итеп, “Салауат Юлаев халыҡ хәтерендә” әҙәби-музыкаль композиция һәм Салауат Юлаевтың шиғырҙарын яттан һөйләүселәр конкурсы еңеүселәре менән флеш-моб үтте.
Читайте нас: