Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
20 Июнь 2018, 19:30

Атамалары мәңгелеккә иҫтә ҡалһын!

Йәнегеҙгә уйылып ҡалһын – Тәкәй, Ысмайыл, Юлай. Әле булһа был яҡтарҙа Әрүахтар һыҡтап илай. 16 июндә халҡыбыҙҙың милли батыры Салауат Юлаевтың тыуған көнө билдәләнде. Ошо иҫтәлекле көндә уның тыуған ауылы – боронғо Тәкәй ерендә Пугачев ихтилалы мәлендә яндырылған һигеҙ ауыл иҫтәлегенә мәрмәрташтан стела асыу тантанаһы үтте.

16 июндә халҡыбыҙҙың милли батыры Салауат Юлаевтың тыуған көнө билдәләнде. Ошо иҫтәлекле көндә уның тыуған ауылы – боронғо Тәкәй ерендә Пугачев ихтилалы мәлендә яндырылған һигеҙ ауыл иҫтәлегенә мәрмәрташтан стела асыу тантанаһы үтте. Унда район һабантуйы һәм “Салауат йыйы ны” фольклор байрамына килгән рәсми ҡунаҡтар, хәтер ташын булдырыуға үҙ өлөшөн индергән кешеләр ҡатнашты. Тантананы виртуоз ҡурайсы Роберт Юлдашев етәкселегендәге Өфөнөң ҡурайсылар ансамбле асты.

Йәнегеҙгә уйылып ҡалһын –

Тәкәй, Ысмайыл, Юлай.

Әле булһа был яҡтарҙа

Әрүахтар һыҡтап илай, – ошондай шиғыр юлдарын бағышланы шағирә Лариса Абдуллина батшабикә Екатерина II карателдәре отряды тарафынан яндырылып, ер йөҙөнән юҡ ителгән һигеҙ башҡорт ауылы иҫтәлегенә.

– Был яҡтарҙа элек 13 ауыл булған, уларҙың һигеҙе – Тәкәй, Ысмайыл, Юлай, Яҡуп, Аҙналы, Бикбулат, Ҡасай һәм Мрат ауылдары яндырылған. Бөгөн был тирәлә биш ауыл ғына ҡалған, – тине сығышында район хакимиәте башлығы Марс Кашапов. – Ул, борон беҙҙең ата-бабалар йәшәгән, ауылдарҙың атамаһын мәңгеләштереү буйынса эште артабан да дауам итәсәкбеҙ. Һәр ауылға ошондай хәтер таштары ҡуясаҡбыҙ.

Район башлығы әйтеүенсә, был изге эштә “Янғантау” шифаханаһы ҙур бағыусылыҡ ярҙамы күрһәткән, скульптор Мәүлитбай Хәлилов, Урал Мырҙашев мәрмәрташтан һәйкәлде эшләгән. Салауат юл ремонт-төҙөлөш идаралығы асфальт нигеҙ һалған. Хәтер ташы сылбырҙар менән уратып алынған. Артабан уның тирә-яғын төҙөкләндереү күҙаллана.

Ҡунаҡтар алдында тарихсы, ошо эштең инициаторы, С.Юлаев музейының Әлкә ауылындағы филиалы мөдире Вилмир Сафин да сығыш яһаны. Ул был тарихи урындар хаҡында һөйләне. Ошо Тәкәй ере эргәһенән бөйөк Себер юлы үткән. Был тирәнән батша һалдаттары, каторжандар, декабристар ҙа йөрөгән булған... Яныдырылған ауылдар тарихын мәңгеләштереүҙе Вилмир Иштимер улы “Салауат вариҫтары” берлеге рәйесе Виктор Хәкимов менән бергә башлаған. Хакимиәт башлығы Марс Кашапов, уларҙы хуплап, ярҙам күрһәткән. Тәкәй ауылы ерендә хәҙер стела, таштирмә һәм ошо яңы асылған хәтер ташы бар. Ул урын беҙҙең райондағы геопарктың бер туристик маршрутына инә. Бында киләсәктә этноауыл төҙөү тураһында ла һүҙ алып барыла.

Һәйкәлгә ҡыҙыл таҫма киҫелгәс, Башҡортостандың атаҡлы сәсәниәһе Розалия Солтангәрәева ҡобайыр әйтте. Тантананан һуң ҡунаҡтар район һабантуйына юлланды.
Читайте нас: