Сик буйы ғәскәрҙәре 1918 йылдың 28 майында РСФСР Халыҡ комиссарҙары советы директиваһына ярашлы ойошторола. Йыл һайын был байрам Рәсәйҙең, республиканың бар төбәктәрендә билдәләнә. Ә бына Салауат районы үҙәгендә сик һаҡсылары хөрмәтенә хәтер комплексы асылды. Сара Рәсәйҙә сик буйы ғәскәрҙәре ойошторолоуға 100 йыл тулыуға арналды. “Йәшел фуражкалылар” был көндө ҙур байрам итеп уҙғарҙы, сараға бихисап пограничниктар йыйылды.
Ике метрлы сик һағы символын һынландырған хәтер комплексы Дыуан күп профилле колледжының Малаяҙ ауылындағы филиалының скверына урынлаштырылды. Комплексты төҙөүҙә, урынлаштырыуҙа сик буйы ғәскәрҙәре ветерандары советы рәйесе Илдар Фәйзуллин, яугир-интернационалистар ветерандары берлеге рәйесе Рөстәм Хөснуллин, погранғәскәрҙәре ветерандары Револь Борханов, Ильяс Һаҙыев, Валерик Сәхәүетдинов ҙур өлөш индерҙе. Комплексты асыу тантанаһында район хакимиәте башлығы Марс Кашапов, Салауат ауыл биләмәһе башлығы Раушания Уральская ла ҡатнашты.
Байрам сараһы йәкшәмбе көндө кисен дауам итте. Марс Фәррәх улы һәм Рөстәм Нәбиулла улы сик буйы ғәскәрҙәре ветерандарын байрам менән ҡотлап, Афғанстанда хеҙмәт иткән һәм бөгөн контракт буйынса хәрби бурысын үтәгән ир-егеттәргә Азамат Ғәйнетдиновҡа, Илдар Ҡазихановҡа, Ринат Имаевҡа, Ринат Тәйүповҡа, Револь Борхановҡа миҙалдар һәм иҫтәлекле билдәләр тапшырҙы. Бынан тыш, йәш быуынға хәрби-патриотик тәрбиә биреүҙә һәм район тормошонда әүҙем ҡатнашҡан пограничниктар Маҡтау грамоталары менән бүләкләнде. Юбилей миҙалдарына Фәнис Йәнгиров, Владик Юлдашев, Ильяс Һаҙыев, Ильяс Ғәниев, Марсель Хужин, Ҡәүи Хөсәйенов, Фәрит Ишмөхәмәтов, Фәрит Түрйәнов, Винарис Минһажов, Рәмил Басиров лайыҡ булды.