30 майҙа «Башҡортостан» киностудияһының ижади төркөмө «Салауат юлдары буйлап» экспедицияһына юлланды. Улар Өфө — Палдиски (Эстония) — Өфө маршруты буйынса Башҡортостандың милли батыры Салауат Юлаев һәм уның атаһы Юлай Аҙналинды һөргөнгә илткән эҙҙәр буйлап бара.
Республика Журналистар союзы консультанты Мәүлиҙә Яҡупова хәбәр итеүенсә, экспедицияла ҡатнашыусылар Салауат Юлаев һәйкәле янында батырҙы иҫкә алды һәм сәскәләр һалды. Көндөң йонсоу булыуына ҡарамаҫтан, сәйәхәтселәрҙең кәйефе күтәренке ине.
Төркөм составында — проект етәксеһе, Башҡортостан Кинематографистар союзы рәйесе Фәрит Ғәбитов, консультант, ғалим Мирас Иҙелбаев, режиссер Таңсулпан Бураҡаева, сценарий авторы Зөһрә Бураҡаева һәм башҡалар. Аҡ төҫтәге автомобилгә Рәсәй һәм Эстония ҡала-ауылдарында йәшәүселәрҙең иғтибарын йәлеп итеү өсөн «Салауат юлдары буйлап» тип яҙылған.
Иртәнге тынлыҡта Ағиҙел буйында күптәребеҙҙең яратҡан шағирәһе Тамара Юлдашеваның үҙенең «Таш йылға» китабынан («Аҙнабикә — Салауат әсәһе» поэмаһы) өҙөк уҡыуы айырыуса тулҡынландырғыс булды. Ул ошо китапты Эстонияға бүләк итеп ебәрҙе.
Хеҙмәттәштәрен оҙатырға Башҡортостандың Туриндустрия союзы рәйесе, Дәүләт Йыйылышы депутаты Кинйә Кускилдин, «Салауат тоҡомдары» төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Виктор Хәкимов, республика Журналистар союзы вәкилдәре, төркөмгә мәғлүмәти ярҙам күрһәткән Башҡортостан Журналистар союзының яуаплы секретары Фәнил Ҡоҙаҡаев һәм ошо уҡ берләшмә консультанты Мәүлиҙә Яҡупова килгәйне.
Кинотөркөм 21 көн сәйәхәт итә. Башҡортостандың Кинематографистар союзы проекты Президент гранттары фондынан федераль грант алды. «Салауат юлдары буйлап» фильмын төшөрөү милли батырҙың тыуған төйәге — Башҡортостандың Салауат районынан башланды.
30 май – иртәнге сәғәт 8-ҙә Өфөләге Салауат Юлаев һәйкәленән юлға сығыу;
30 май — Илеш районы, Үрге Йәркәй ауылы, Минзәлә ҡалаһы;
31 май – 1 июнь – Ҡазан ҡалаһы;
2 июнь – Чебоксар ҡалаһы;
3-4 июнь – Түбәнге Новгород ҡалаһы;
5-6 июнь – Владимир ҡалаһы;
7-8 июнь – Мәскәү ҡалаһы;
9-10 июнь – Тверь ҡалаһы;
11 июнь — Бөйөк Новгород ҡалаһы;
13-14 июнь – Тарту һәм Таллин ҡалалары (Эстония);
15-16 июнь – Палдиски ҡалаһы.
16 июнь — милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың тыуған көнө уның һуңғы төйәгендә билдәләнә.