Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
11 Май 2018, 09:17

Еңеү көнө балҡып килде Тыуған илебеҙгә!

9 май – ысын мәғәнәһендә бөтә халыҡ байрамы. Ул тарихыбыҙға ғорурлыҡ тойғоһо уята, бар мил­ләттәрҙе берләш­терә. Был көн Салауат районында ла киң билдәләнә.

9 май – ысын мәғәнәһендә бөтә халыҡ байрамы. Ул тарихыбыҙға ғорурлыҡ тойғоһо уята, бар мил­ләттәрҙе берләш­терә. Был көн Салауат районында ла киң билдәләнә.
Иң тәүҙә халыҡ Батырҙар аллеяһына йыйылды. Сарала ҡатнашыусылар аллеяға венок һәм сәскәләр һалғандан һуң, Билдәһеҙ һалдат һәйкәле янына йыйылды.
– Еңеү көнө халыҡ хәтерендә мәңгелек һаҡлана. Һуғыш бихисап кешенең ғүмерен өҙҙө, ул әллә күпме юғалтыу, күҙ йәше һәм һыҙланыу хаҡы менән түләнде. Әммә Совет халҡы, тиңһеҙ ҡаһарманлыҡ күрһәтеп, дошманға ҡаршы ныҡлы тора алды. Бөйөк Еңеү хаҡына Башҡортостандың 700 меңдән ашыу, ә Салауат районынан 8 меңләп яҡташыбыҙ фронтта һуғышты, уларҙың 300 меңе Ватанын һаҡлағанда һәләк булды. Яуҙа батырҙарса һуғышҡан яҡташыбыҙ, шул иҫәптән Советтар Союзы Геройҙары Зөбәй Үтәғолов, Алексей Головин, Абдрахман Ғәйфуллин, Дан орденының тулы кавалерҙары Фәррух Харисов, Петр Пепеляев менән сикһеҙ ғорурланабыҙ, – тине сығышында район хакимиәте башлығы Марс Кашапов.
Салауат районында бөгөн барлығы 8 Бөйөк Ватан һуғышы ветераны ҡалған. Ҡыҙыл Йондоҙ һәм II дәрәжә Ватан һуғышы ордендары кавалеры Тәүил Ниғәмәтйән улы Шакиров (һүрәттә: уртала) сығышында:
– Еңеү – ул беҙҙең ғорурлыҡ. Бөгөнгө тыныс тормош өсөн көрәшкән һәм ғүмерен биргән батырҙарҙы оноторға хаҡыбыҙ юҡ. Беҙ уларҙың батырлығына ихтирамлы булырға тейешбеҙ! – тине яугир-ветеран.
Ветерандар советы рәйесе Фәрит Түрйәнов байрам менән ҡотлап, ветерандарға һаулыҡ теләне. Яугир-интерна­цио­налист ветерандары берлеге рәйесе Рөстәм Хөснуллин сығышында барыһы­на ла иң изге теләктәрен еткерҙе. Йәш быуын исеменән Малаяҙ башҡорт гимназияһы уҡыу­сыһы Артем Вәлиуллин сығыш яһап, ветерандарға рәхмәтен белдерҙе.
Артабан “Үлемһеҙ полк” акцияһы Коммунистик урамынан үтеп, район мәҙәниәт йорто майҙанына йүнәлде. Шулай уҡ сафтың башында “Победа”, “ЗИС” пушкаһын таҡҡан “ГАЗ – 51” хәрби автомобилдәре килде. Бынан тыш, “УАЗ“ автомобиленең кузовында хәрби кейемендәге район мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәренең һәм уҡыусыларҙың йырҙары, дәртле бейеүҙәре барыһына ла оҡшаны. Колоннаны Балалар сәнғәт мәктәбе оркестры оҙатып килде.
Район мәҙәниәт йорто майҙансығында Жәмил Мөхәррәмов “Еңеү көнө”йыры менән сараны дауам итте. “Салауат ҡыҙҙары” барабансыларының һәм “Салауат тоҡомдары” хәрби-патриотик клубы кадеттарының сығышы барыһына ла оҡшаны. Майҙансыҡ буйлап “Ҡояшҡай”, “Тирмәкәй” балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре, 1-се Малаяҙ мәктәбе, башҡорт гимназияһы уҡыусылары, кадеттар, Малаяҙ үҙәк дауаханаһының медицина персоналы, газ, ветеринар станция, урман, коммуналь хужалығы хеҙмәткәрҙәре парад менән үтте. Халыҡ шулай уҡ һалдат бутҡаһынан ауыҙ итте. Байрам сараһы матур, йөкмәткеле концерт менән тамамланды.
Читайте нас: