Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
7 Май 2018, 15:19

Йәш быуын олатай-өләсәйҙәр ҡаһарманлығын онотмай

Лағырҙар ойошторған Еңеү марафонында 60-ҡа яҡын кеше ҡатнашты

Лағыр ауылында быйыл да Еңеү марафоны ойошторолдо. Иҫтәлекле сара Бөйөк Еңеүҙең 73 йыллығына һәм Сик буйы ғәскәрҙәренең барлыҡҡа килеүенең 100 йыллығына бағышланды. Лағыр – Мәсәғүт маршруты буйынса ҡырҡ саҡрымдан ашыу араға йүгереүҙә был юлы бөтәһе 60-ҡа яҡын кеше ҡатнашты.
– Беҙ Еңеү көнөн оноторға тейеш түгелбеҙ. Ата-бабайҙар, олатайҙар беҙгә ошо тыныс тормошто үҙ ғүмерҙәре менән яулап алған, – тине марафонды ойоштороусы, Лағыр урта мәктәбе директоры Ринат Ситдиҡов.
Ауылдың Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙарына ҡуйылған һәйкәл янындағы митингыла Еңеү марафонына нигеҙ һалыусы, педагогик хеҙмәт ветераны Радик Мөхәмәтйәнов, райондың хәрби хәрәкәттәре ветерандары берлеге рәйесе Рөстәм Хөснуллин, Лағыр ауыл биләмәһе башлығы Зәбир Ситдиҡов сығыш яһаны. Улар барыһы ла сараны ойоштороусыларға рәхмәт әйтеп, был изге йоланың артабан да дауам ителәсәгенә ҙур ышаныс белдерҙе. Мемориаль комплексҡа сәскәләр һалынды.
Еңеү марафонына старт һәйкәл янында бирелде. Лағыр урта мәктәбенең өлкән класс балалары, элекке сығарылыш уҡыусылары – бөтәһе 25 егет-ҡыҙ оҙон юлға йүгерергә сыҡты. Уларға Торналы, Янғантау, Йыланыш мәктәптәре уҡыусылары ла юл ыңғайы ҡушылды. Һәр мәктәпкә Рөстәм Хөснуллин махсус вымпелдар тапшырҙы. Уның менән бергә афған һуғышы яугирҙары Илшат Ғәлимов, Фәрүәз Ғәзимов та финишҡа ҡәҙәре оҙата барҙы. Йәмғеһе алтмышҡа яҡын кеше Лағыр – Торналы – Йыланыш – Миәшәгәр – Семиряковка – Мәсәғүт маршруты буйынса йүгерҙе. Алда барыусылар Рәсәйҙең, Башҡортостандың дәүләт флагтарын, район, хәрби символика байраҡтарын тотҡайны. Марафонды мәктәп автобусы оҙатып барҙы. Торналы, Йыланыш, Миәшәгәр ауылдарындағы обелискылар эргәһенә туҡтап, митинг үткәрелде, сәскәләр һалынды. Район сигенә еткәс, марафонға мәсәғүттәр ҙә ҡушылды. Йүгереүселәр Дыуан районы үҙәгенә килеп етеп, Мәсәғүт ауылының Еңеү паркындағы һәйкәлгә сәскәләр һалды. Уларҙы райондың сик буйы ғәскәрҙәре ветерандары ойошмаһы рәйесе Илдар Фәйзуллин, Дыуан районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Альберт Кинйәбулатов, урындағы пограничник һәм афған ветерандары хөрмәтләп ҡаршы алды.
Лағыр урта мәктәбе Еңеү марафонын быйыл дүртенсе тапҡыр уҙғарҙы. 1980 йылда – Бөйөк Еңеүҙең 35 йыллығына ул саҡта физкультура уҡытыусыһы булып эшләгән Радик Ниғәмәтйән улы Мөхәмәтйәнов ошондай сараны тәүләп ойошторған. Уның етәкселегендә биш егет Янғантау аша Малаяҙға тиклем йүгергән... Ә 2015 йылда, Еңеүҙең 70 йыллығына, мәктәп директоры Ринат Ситдиҡов был изге традицияны ҡайтанан тергеҙгән. 11 егет һәм 2 ҡыҙ район үҙәгенә тиклем йүгереп барған. Былтыр 30-ға яҡын кеше Лағыр – Үрге Ҡыйғы маршруты буйынса 41 километр араны үткән. Быйыл да был сараның дауам ителеүе һәм марафонға райондың башҡа мәктәптәре лә ҡушылыуы ҡыуандыра. Тимәк, яугир олатайҙарҙың фронттағы ҡаһарманлығы, өләсәйҙәрҙең тылдағы фиҙаҡәр хеҙмәтенә йылдан йыл ихтирам көсәйә, Бөйөк Еңеүҙең әһәмиәте арта бара. Бөгөнгө йәш быуын шулай итеп сәләмәт тормош яҡлы булып, сыҙамлығы менән быны тағы бер тапҡыр иҫбатлай.
Читайте нас: