Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
5 Апрель 2018, 20:02

«Звезда» телеканалында легендар комдив, генерал Миңлеғәле Шайморатов тураһында фильм күрһәтелде

«Звезда» телеканалында 112-се башҡорт кавалерия дивизияһы командиры, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов тураһында документаль фильмдың премьераһы булды. «ДокТВ» студияһының «Армия легендалары» фильмдар серияһын Александр Маршал алып бара.

«Звезда» телеканалында 112-се башҡорт кавалерия дивизияһы командиры, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов тураһында документаль фильмдың премьераһы булды. «ДокТВ» студияһының «Армия легендалары» фильмдар серияһын Александр Маршал алып бара.


Фильм авторҙары легендар шәхес һәм уның үлеме менән бәйле һорауҙарға яуаптар эҙләй. Хәрби тарихсылар, музей хеҙмәткәрҙәре, журналистар генерал-майор тураһында һөйләй. Унда Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов та ҡатнашты.


Ижади төркөм фильмды төшөрөү өсөн архивтар менән ҙур эш алып барған. Кинотаҫмала Өфө һәм Ҡырмыҫҡалы райондары күрһәтелә, Милли музейҙан, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһынан фото һәм видеоматериалдар файҙаланылған. Таҫма Заһир Исмәғилевтың Ҡадир Даян шиғырына яҙылған «Шайморатов генерал» йыры менән тамамлана.


Ленин, Ҡыҙыл Байраҡ, Суворов һәм Кутузов орденлы 112-се (16-сы гвардия) Башҡорт кавалерия дивизияһы 1941 йылдың декабрендә Өфөлә төҙөлгән. Тап ул етәкләгән дивизия Тыуған илгә 78 Советтар Союзы Геройын биргән. Был Советтар Союзындағы башҡа бер генә дивизияны да тарихында юҡ.


«Звезда» телеканалында «Армия легендалары» проекты 2016 йылдан бирле бара.


Генерал Шайморатов тураһында фильмды «Звезда» каналы сайтында ҡарарға мөмкин.

Ләйлә Аралбаева. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.