Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
3 Апрель 2018, 15:26

Фән күгенең яҡты йондоҙо

Фәнил Байышев – башҡорттарға иман йорто ҡапҡаларын асҡан, халыҡ күңелен байытҡан, һәр йортҡа ҡот өҫтәгән изге кеше ул

Ғүмер – йондоҙ атылыуына тиң ара, тиҙәр. Бер кеше лә уға күпме ғүмер бирелгәнен белмәй, әммә һәр кемдең бурысы – шул ғүмер юлдарын лайыҡлы үтеү, үҙеңдән һуң яҡты эҙ ҡалдырыу. Ваҡытҡа беҙ тәьҫир итеп, уны туҡтата алмаһаҡ та, әҙәм балаһы яҙмышын үҙе ҡора һәм яҙа. Ғүмер оҙонлоғон кешенең донъяла күпме йәшәгәне түгел, ә башҡарған эштәре, өлгәшкән ҡаҙаныштары, эргә-тирәләгеләренең күңелендә ниндәй урын биләү-биләмәүе менән баһаланалыр.
Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, танылған шәрҡиәтсе, исеме донъяға билдәле ғалим Фәнил Байышев бөгөн беҙҙең арала булмаһа ла, ул әле һаман халыҡ күңелендә. Башҡарған эштәре менән халыҡ һөйөүен яулап өлгөргән шәхес яҡты донъя менән бик иртә хушлашты, әммә үҙе хаҡында күпме нур, йылылыҡ, яҡты хәтирәләр ҡалдырҙы.
Фәнил Нафиҡ улы менән булмаһа ла, уның апалары Мәүлиҙә Сәфәрова, Мәүлиха Ергизова һәм Зөһрә Шахмөхәмәтова менән танышырға насип булды. Әйткәндәй, Мәүлиха һәм Мәүлиҙә апайҙар Өфөнән, ә Зөһрә апай Мөрсәлимдән осрашыуға килде. Улар ҡустыларының бала саҡ, үҫмер йылдары, тормошо һәм ижад юлы тураһында бәйән итте.
Буласаҡ ғалим Балаҡатай районының Монас ауылында тыуған. “Бәләкәйҙән тырыш, зирәк, тынғыһыҙ бала булды, – тип хәтер йомғағын һүтә Фәнил Нафиҡ улының бер туған апаһы Зөһрә. – Ни бары биш йәшендә уҡырға өйрәнде. Хәрефтәрҙе танырға олатаһы Фәррәх Ислахов өйрәтте. Хәтеремдә, ҡустым уҡырға төшкәс, уҡытыусылары Йомабикә Низам ҡыҙы уның уҡый белгәненә бик ныҡ аптырағайны. Китаптар яратты, бәләкәй булыуына ҡарамаҫтан, өйҙәге һәм китапханалағы бар китаптарҙы уҡып бөттө.”
Күп тә үтмәй, тиҫтерҙәренән белеме, тырышлығы менән айырылып торған малайҙы бишенсе класҡа уҡырға тип, һәләтле балалар өсөн тәғәйенләнгән 1-се интернат-мәктәпкә алалар. Унда тырыш егет туғандары менән бәйләнешен өҙмәй, Мәүлиҙә һәм Мәүлиха апаларына барып йөрөй.
“Ҡустым миңә килеп йөрөгәндә уны әхирәттәрем зирәк, ололар һымаҡ фекер йөрөткәне, алсаҡ булғаны өсөн оҡшата ине. Тиҫтәләгән йылдар үткәс тә, әхирәттәрем уны онотмай, ҡустым хаҡында белешеп торҙо...”, – тип һөйләй Мәүлиха апай.
Өфөлә уҡыған саҡта туғандары ғалим, СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының ғилми хеҙмәткәре Таһир Байышев менән йыш осраша. Тап ул бәләкәй Фәнилдә фәнгә, телгә һөйөү орлоҡтарын сәсеүсе, артабанғы яҙмышын билдәләүсе кеше лә инде. Ғалим Фәнил Нафиҡ улының һәләттәрен тойоп, белеп, уға телдәр менән шөғөлләнергә, артабан университетҡа уҡырға инергә кәңәш итә.
10-сы класты тамамлағас, ул тыуған яҡтарына ҡайтып, Айҙаҡай мәктәбенә рус теле уҡытыусыһы булып урынлаша, һәм күптә үтмәй, әрмегә алына. Тынғыһыҙ егетте һәр ваҡыт белем тауҙары үҙенә әйҙәй, ул уңышлы хеҙмәт итеп ҡайтҡас, Ленинград дәүләт университетының көнсығыш факультетына уҡырға инә. Бында ла үҙен тик яҡшы яҡтан ғына таныта. Кешелекле, ярҙамсыл, ябай, шаяртырға яратҡан алсаҡ егет эргәһенән кеше өҙөлмәй, дуҫ-иштәре күп була. Шуға ла уны төркөм, факультет старостаһы итеп һайлап ҡуялар. Был йылдарҙа ул инглиз, фарсы,ғәрәп телдәрен ныҡлап өйрәнә. Шулай уҡ ғүмерлек мөхәббәте Рәмилә Марат ҡыҙын осратып, уның менән сәстәрен-сәскә бәйләп, өс балаға ғүмер бирәләр.
Башҡортостандың төньяҡ-көнсығыш төбәгенең арҙаҡлы шәхесенең артабанғы тормош юлы сит ил, Йемен республикаһы менән бәйле. 1983-1987 йылдарҙа ул был илдең премьер-министры консультанттары һәм планлаштырыу буйынса кәңәшселәре төркөмөндә тәржемәсе була. Әммә унда һуғыш сыҡҡас, ғаиләһе менән кире Башҡортостанға ҡайтып, Рәсәй Фәндәр академияһының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында ғилми хеҙмәткәр була. Уның ғәрәп телен яҡшы белеүе, иҫке һәм хәҙерге ғәрәп яҙыуын танығаны өсөн Ризаитдин Фәхретдиндың ижадын өйрәнеү буйынса эш йөкмәтәләр. Кандидатлыҡ диссертацияһын яҙған ваҡытта, тормошонда юйылмаҫ эҙ ҡалдырыусы, уны бар донъяға билдәле итеүсе бер ваҡиға була. Быға тиклем мосолмандарҙың изге китабы – “Ҡөрьән” ғәрәп телендә булғанға күрә, күптәр уны уҡый алмай. Был эшкә Дан Кинельский тигән кеше тотона һәм быға ул егерменән ашыу йыл ғүмерен бағышлай. Ғәрәп телен үҙ аллы өйрәнгән, Совет дәүерендә дин тыйылғанға, уны тулыһынса аңлап етмәгән Кинельский китапты тәржемә итеп бөтә, әммә етешһеҙлектәре лә күп булғанлыҡтан, уны бар яҡтан да ҡарап сығып, тикшерергә кәрәк була. Уның ҡыҙы тәржемәне тикшереү өсөн ғәрәп һәм башҡорт белгестәрен эҙләй торғас, уға Фәнил Байышевты тәҡдим итәләр. Күп тә үтмәй, Ҡөрьәнде башҡорт телендә баҫтырыуға әҙерләү өсөн “Урал” Башҡорт халыҡ үҙәге ҡарамағында ижади төркөм төҙөлә, һәм был төркөмдө Фәнил Нафиҡ улы етәкләй.
– Ҡустым был эшенә йәне-тәне менән бирелде. Бар ваҡытын ошоға сарыф итте. Хатта, минең менән осрашҡанда : “Апай, ваҡытым бик тар, ғәфү ит, ҙур эш башҡарам”, – ти торғайны, – тип һөйләй Зөһрә апай.
Шулай итеп, Кинельскийҙың эшен тикшереп, тулыһынса эшкәртеп, күп ерҙәрен яңынан тәржемә итеп, төҙәтеү кеүек ҙур эште башҡарып, Ҡөрьәнде башҡортса баҫтырып сығарыу кимәленә еткерә ул. Фәнил Байышев – башҡорттарға иман йорто ҡапҡаларын асҡан, халыҡ күңелен байытҡан, һәр йортҡа ҡот өҫтәгән изге кеше ул. Бынан тыш, уның “Ҡөрьәнде нисек уҡырға?” һәм башҡа китаптарын ҡулланып, нисәмә кеше ғәрәп телен өйрәнеп,үҙенә яңы донъя асты. Уның эштәре баһалап бөткөһөҙ ҙур ҡиммәткә эйә.
Тик, шуныһы күңелде ҡыра, йәш ғалим, тарихсы үҙе үлеп киткәс тә, бөгөн дә уның ижад емешенә болашыусылар, уның хеҙмәтен үҙенә яҙып ҡуйырға, исемен мәңгелеккә халыҡ хәтеренән юйырға тырышыусылар әленән-әле табылып тора. Үҙ телебеҙҙә Изге китапты уҡыуға ирешкән, Фәнил Нафиҡ улын оноторға, уның хеҙмәтен урларға хаҡыбыҙ юҡ. Фән күгендәге йондоҙ бик иртә атылһа ла, ул үҙенән һуң яҡты эҙ ҡалдырҙы.
Читайте нас: