Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
30 Март 2018, 10:33

Кемерево, беҙ һеҙҙең менән!

25 мартта Кемерово сауҙа үҙәгендә янғын сығып, барыһы 64 кеше һәләк булды.

25 мартта Кемерово сауҙа үҙәгендә янғын сығып, барыһы 64 кеше һәләк булды.
Рәсәй Президенты Владимир Путин 28 март көнөн милли матәм көнө итеп иғлан итте. Был көндө илдә күңел асыу саралары һәм программалары үткәрелмәне, Рәсәйҙең төрлө ҡалаларында халыҡ митингыларға йыйылды. Екатеринбург, Силәбе, Төмән һәм башҡа ҡалаларҙа кешеләр флешмобҡа сыҡты.Өфө ҡалаһында был фажиғәгә битараф булмағандар Кемерево халҡының ҡайғыһын уртаҡлашып, Ленин майҙанына, Яҡутов паркына килеп, һәйкәлдәр эргәһенә сәскәләр, уйынсыҡтар һалды, шәмдәр яндырҙы.
Салауат районы халҡы ла был акциянан ситтә ҡалманы, 50-нән ашыу кеше Малаяҙҙа район мәҙәниәт йорто майҙанына йыйылды. Ололар, йәштәр һәм балалар акцияға ҡушылып, был фажиғәгә битараф булмауҙарын белдерҙе.
Митингыла Салауат ауыл биләмәһе башлығы Раушания Уральская Кемерово халҡының ҡайғыһын уртаҡлашыуын белдерҙе. Майҙандағы халыҡ янғында ғүмерҙәре ҡыйылған балалар иҫтәлегенә һауаға аҡ шарҙар осорҙо.
Читайте нас: