Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
6 Март 2018, 12:26

“Сейәлетау – янар йөрәк” булып уйылды күңелдәргә

Нәзифә Ғабдулла ҡыҙы Пестрикованың юл фажиғәһенә осрап, кинәт беҙҙең арабыҙҙан китеүенә бөгөн, 2 мартта, 1 йыл тула.

Нәзифә Ғабдулла ҡыҙы Пестрикованың юл фажиғәһенә осрап, кинәт беҙҙең арабыҙҙан китеүенә бөгөн, 2 мартта, 1 йыл тула.
Эйе, икенсе яҙҙы Нәзифәһеҙ ҡаршылайбыҙ. Быйыл 2 ғинуарҙа 60 йәш тулған булыр ине, ә ул беҙҙең хәтерҙә матур ҡатын, абруйлы етәксе, яҡшы дуҫ булып уйылып ҡалды. Нәзәкәтле, һәр саҡ ыҫпай, заманса зауыҡ менән кейенгән Нәзифәне, хан ҡыҙындай, ғорур атлап Малаяҙ урамдарынан үтеүен генә лә һағына күптәр.
Уны районда белмәгәндәр һирәктер. Мәғариф өлкәһендә утыҙ йылдан ашыу эшләгән дәүерҙә уҡыусы балаларҙың һәләтен үҫтереүгә, үҫмерҙәр өсөн төрлө саралар ойоштороуға күп көс һалды ул. Малаяҙ урта мәктәбендә пионервожатый булып хеҙмәт юлын башлап, һуңынан Пионерҙар йорто мөдире итеп тәғәйенләнеп, ошо учреждениены иң көслө батырҙар, иң оҫта бейеүселәр, йырсылар, ҡул оҫталарын әҙерләүсе Балалар ижады йорто статусына еткереп, хаҡлы ялға киткәнсе уның директоры булды. Туризмды үҫтереүгә лә тос өлөш индерҙе, Урмантауҙа турбаза, ауыл мәктәптәрендә төрлө филиалдар асты. Һуңғы йылдарҙа район мәғариф хеҙмәткәрҙәре профсоюзы ойошмаһы рәйесе булды.
Нәзифә Пестрикованың тырыш хеҙмәте юғары баһаланған – ул Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре, Рәсәй Федерацияһының дөйөм белем биреүҙең почетлы хеҙмәткәре. Ошо юғары дәрәжәләргә эйә булған Нәзифә Ғабдулла ҡыҙы үҙ бәхетен үҙе сүкегән шәхес. Уның алдан тартып, арттан этәреүсеһе булманы. Бар эште лә ең һыҙғанып, күңелен һалып башҡарҙы. Нәзифә Ғатауллина күрше Ҡыйғы районының Вәҡиәр ауылында тыуып үҫә. 3-сө класта уҡығанда әсәһе, 6 баланы етем ҡалдырып, баҡыйлыҡҡа күскәс, ауырлыҡтарҙы күп кисерергә тура килә уға. Үҙенән кесе өс туғанын ҡарау уға йөкмәтелә, үҫкәс тә уларға апай ҙа, әсәй урынына ла булды. Үгәй әсәй килгәс, 5-се класҡа Малаяҙ интернатына уҡырға үҙе килеп урынлаша. Бәхетенә күрә, Зәкәриә Далха улы етәкселек иткән интернатта бик яҡшы коллективҡа эләгә. Яҡшы тәрбиә, төплө белем биреп, ата-әсәләр кеүек йылы ҡарашта булған уҡытыусыларына, тәрбиәселәренә ғүмер буйы рәхмәтле булды.
Алсаҡ, кешеләргә һәр саҡ ярҙамға килергә әҙер булған Нәзифәне класташтары ла бик яратты һәм уны юғалтыуҙы бик ауыр кисерҙе.
Ғөмүмән, Нәзифә Ғабдулла ҡыҙы был тормошта таянырлыҡ, кәңәш бирерлек кешеләрҙе таба белде, уларҙан тормош серҙәренә, эш асылына өйрәнде. Остаздары Лиза Ғәниева, Гөлзада Байтуллина, Рәүфә Сәйетғәлина ла уны үҙ ҡыҙҙарылай яҡын күрҙе, ярҙамдан ҡалдырманы.
Һәр саҡ кеше араһында, йәмәғәт эштәренә сумып йәшәгән ҡатынын аңлап, ғүмер буйы ҡәҙер-хөрмәт итеп, йөҙөк ҡашындай балҡытып йәшәгән ире Владимир Яковлевич та маҡтауға лайыҡ. Ғорурланырлыҡ ул да үҫтерҙеләр улар. Валерий Владимирович бөгөн Ханты-Манси округында абруйлы нефтселәрҙең береһе. Матур ғаилә ҡороп, ҡатыны Настя менән ике бала үҫтерәләр. Өсөнсө класта уҡыған Кирилл менән өс йәшлек Карина ла бик юҡһына һөйөклө өләсәләрен.
Ҡайғыларҙы күп күргән кеше моңло була, тиҙәр. Нәзифә кеүек йөрәккә үтерлек итеп йырлағандар һирәктер. “Сейәлетау”, “Әнкәйемә”, “Таң алдынан һайрай бер һандуғас” йырҙарҙы айырыуса яратып башҡарҙы. Нәзифә Ғабдулла ҡыҙының ғүмере лә үҙенең йырҙары кеүек матур, бәхете тулы булды.
Беҙ, уның дуҫтары, хеҙмәттәштәре, Нәзифәне яҙын хуш еҫле аҡ сәскәгә күмелеп, йәйен мул емештәре менән һыйлаған серле Сейәлетауға оҡшатабыҙ. Ошо йыры, яҡты күңеле, янар йөрәге менән беҙҙең күңәлдәрҙә мәңгелеккә уйылып ҡалған Нәзифәнең урыны йәннәттә булһын.
Читайте нас: