Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
22 Февраль 2018, 10:25

Халыҡ күңелендәге уңалмаған яра

Афғанстан, Чечен һуғышы тамамланғанға йылдар үтеүгә ҡарамаҫтан, был аяныслы осор әле һаман халыҡ хәтерендә. Тәүгеһендә Совет ғәскәрҙәре ун йыл дауамында сит дәүләттә Конституцион тәртип урынлаштырыу өсөн алышты.

Афғанстан, Чечен һуғышы тамамланғанға йылдар үтеүгә ҡарамаҫтан, был аяныслы осор әле һаман халыҡ хәтерендә. Тәүгеһендә Совет ғәскәрҙәре ун йыл дауамында сит дәүләттә Конституцион тәртип урынлаштырыу өсөн алышты.
Ошо ваҡыт эсендә меңдәрсә һалдат һәм офицер Афғанстан ерендә интернациональ бурысын үтәне. Күп егеттәр Чечнялағы хәрби бәрелештәрҙә лә ҡатнашты. Үкенескә күрә, күптәр тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта алманы, Салауат районынан иһә афған һәм чечен һуғыштарында 8 яугир һәләк булды. Сит дәүләт территорияһынан беҙҙең ғәскәрҙәрҙе сығарыуҙы тамамланған көн халҡыбыҙ өсөн иҫтәлекле датаға әүерелде.
Районда Хәтер көнө быйыл да ҙурлап үткәрелде. Дыуан күп профилле колледжы филиалына яугир-интернационалистар, һуғыш яланында һәләк булған яҡташтарыбыҙҙың әсәләре саҡырылғайны. Райондың хәрби хәрәкәттәре ветерандары берлеге рәйесе Рөстәм Хөснуллин сараға килеүселәргә иң изге теләктәрен еткереп, бағыусылыҡ ярҙамы күрһәткән шәхси эшҡыуар Абдулла Әхмәтшин биргән бүләктәрҙе яуҙа һәләк булған яҡташтарыбыҙҙың әсәләренә бүләк итте. Шулай уҡ апайҙарға район Хакимиәтенән аҡсалата бүләк тә тапшырылды. Йәштәр сәйәсәте комитеты рәйесе Илгиз Бәҙретдинов районда Афғанстан, Чечня яуҙарында ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙ тураһында китап сығасағын белдереп, улар тураһында мәғлүмәт йыйыуын әйтте. Дыуан күп профилле колледжының Малаяҙ ауылындағы филиалы мөдире Рәфис Ғибаҙуллин да сығыш яһап, был көндөң әһәмиәте тураһында һөйләп үтте. Сара барышында һуғыш йылдарын һүрәтләгән видеояҙма береһен дә вайымһыҙ ҡалдырманы.
Артабан һүҙ колледж тәрбиә­ләнеүселәренә, кадеттарға бирелде. Улар күңел төпкөлөнә үтеп инеүсе шиғырҙар, йырҙар башҡарҙы. Егеттәр сәхнәлә ҡул һуғышы алымдарын күрһәтте, ә йырсы Адик Шәйәхмәтов үҙенең йырҙарын бүләк итте. Сараның һуңында, яугирҙарҙы иҫкә алып, һәйкәлгә венок һәм сәскәләр һалынды.
Читайте нас: