

“Молодежная газета” баҫмаһы хәбәр итеүенсә, 8 апрелдән Башҡортостанда рәсми рәүештә янғын йәһәтенән хәүефле миҙгел башланды. Статистика күрһәтеүенсә, байрамдарҙа бөтә урман янғындарына ла тиерлек ут менән һаҡһыҙ эш иткән кешеләр ғәйепле.
Урманда нимә эшләргә ярамай:
- усаҡ яғырға;
- шырпы, тәмәке төпсөктәрен йәки эҫе көлдө ташларға;
- быяла шешәләр һәм ярсыҡтар ҡалдырырға (ҡояшта улар линза кеүек эшләй һәм үләнде яндыра ала);
- майлы сепрәктәрҙе ташларға;
- аҡландарҙа һәм урман янындағы баҫыуҙарҙа ҡоро үләнде яндырырға;
- ағастар төбөндә, йәш ылыҫлы ағастарҙа, ҡоро үләндә йәки ҡоро-һарыла ут тоҡандырырға.
Штрафтар ҙур:
- граждандар өсөн – 60 000 һумға тиклем;
- вазифалы кешеләр өсөн – 110 000 һумға тиклем;
- компаниялар һәм предприятиелар өсөн – 2 000 000 һумға тиклем.
Әгәр янғын урманға етди зыян килтерһә, ғәйеплене енәйәт яуаплылығына тарттырыуҙары ихтимал.
Урманда ут күрһәгеҙ, шунда уҡ шылтыратығыҙ:
8 (347) 218-14-14 – Башҡортостан Урман хужалығы министрлығының диспетчер хеҙмәте;
8 (800) 100-94-00 – федераль урман һағы (шылтыратыу бушлай).
Министрлыҡта әйтеүҙәренсә, урман янғынын һүндереүгә ҡарағанда иҫкәртеүе еңелерәк.
Фото: “Молодежная газета”.