Хәүефһеҙлек
15 Апреля , 12:47

Урман хужалығы министрлығы янғын хәүефе миҙгеле асылыуы тураһында хәбәр итә

8 апрелдән республика урман фонды биләмәһендә махсус контроль режимы индерелә. Ҡарар ыңғай температура билдәләнеүе, йыһан мониторингы саралары менән термик нөктәләрҙе асыҡлау һәм ҡоро үҫемлектәрҙең йыш янып китеүе менән бәйле ҡабул ителгән.

Урман хужалығы министрлығы янғын хәүефе миҙгеле асылыуы тураһында хәбәр итәУрман хужалығы министрлығы янғын хәүефе миҙгеле асылыуы тураһында хәбәр итә
Урман хужалығы министрлығы янғын хәүефе миҙгеле асылыуы тураһында хәбәр итә

Янғын хәүефе миҙгеле ғәмәлдә булған осорҙа бер нисә ҡаты сикләү индерелә, тип хәбәр итә “Молодежная газета”.

Йәш ылыҫлы ағастарҙа, ҡырҡынды һәм ҡоро үләнле урындарҙа усаҡ яғыу, шулай уҡ эргә-тирәләге баҫыуҙарҙа ҡамыл яндырыу тыйыла. Граждандарҙы яуаплы булырға саҡыралар: һәр төрлө һаҡһыҙлыҡ, шул иҫәптән ташланған тәмәке йәки урманда ҡалдырылған быяла ярсыҡ экологик һәләкәткә килтереүе ихтимал.

Был осорҙа штраф санкциялары күпкә көсәйтелә. Физик шәхестәргә максималь штраф – 60 мең һум, вазифалы кешеләргә 110 мең һумға тиклем тәшкил итә. Янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙған өсөн юридик шәхестәргә 2 миллион һумға тиклем штраф һалына.

Урман янғындарын асыҡлағанда кисекмәҫтән 8(347) 218-14-14 йәки 8(800) 100-94-00 телефондары буйынса хәбәр итергә кәрәк.

Фото: “Молодежная газета”.

 

Автор:Айдар Нугаманов
Читайте нас