Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
23 Сентябрь 2025, 10:16

Башҡортостанда халыҡҡа хәбәр итеү системаһы тикшерелә

1 октябрҙән Башҡортостан халҡын иҫкәртеү системаһын комплекслы тикшереү күҙаллана.

Башҡортостанда халыҡҡа хәбәр итеү системаһы тикшерелә
Башҡортостанда халыҡҡа хәбәр итеү системаһы тикшерелә

Шуға бәйле ғәҙәттән тыш хәл тураһында халыҡҡа еткереү өсөн кешеләр күп йөрөгән урындарҙа сиреналар, ҡысҡырып һөйләгестәр, яҡтылыҡ таблолары, панелдәр һәм башҡа ҡоролмалар ҡабыҙыласаҡ, тип хәбәр итә «Республика Башкортостан» гәзите БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетына һылтанма менән.

Бынан тыш, халыҡҡа «Бөтәһенә лә иғтибар!» кеүек хәбәр итеү сигналдары, шулай уҡ аудио-, аудиовизуаль, текст хәбәре кеүек түбәндәге мәғлүмәт еткерелә: «Халыҡҡа хәбәр итеү системаһының әҙерлеге тикшерелә! Тыныслыҡ һаҡлауығыҙ һорала!».

Сара Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 2023 йылдың 17 майындағы 769-сы «Халыҡҡа хәбәр итеү системаларын булдырыу, реконструкциялау һәм даими әҙерлек хәлендә тотоу тәртибе тураһында» ҡарарына ярашлы уҙғарыла.

Фото: Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының мәғлүмәт графикаһы.

Автор: Айдар Нугаманов
Читайте нас