Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
17 Апрель 2025, 14:35

Ауылдашының машинаһын урлаған

Салауат районында ауылдашының автомобилен урлаған ирҙе ҡулға алдылар

Ауылдашының машинаһын урлаған
Ауылдашының машинаһын урлаған

Салауат районында ауылдашының автомобилен урлаған ирҙе ҡулға алдылар.
Был хәл Арҡауыл ауылында була. Ир спиртлы эсемлек эскәндән һуң, район үҙәгенә барырға ҡарар итә. Әммә уның мотоциклы эшләмәй. Ҡыҙмаса булып алған ир ауылдашының машинаһын урларға була. Ул гаражға инеп, автомобилдең асҡысын таба һәм машинаға ултырып, Малаяҙға елдерә. Эскән ирҙе район үҙәгендә ДАИ хеҙмәткәрҙәре туҡтата һәм протокол төҙөп, машинаны штраф туҡталҡаға алып китәләр. Һуңыраҡ машина хужаһы “тимер аты"ның юғалғанын күреп, полицияға мөрәжәғәт итә. Автомобилде урлаған ир ҡулға алынды.

Автор: Лиана Валиуллина
Читайте нас