Хәүефһеҙлек
12 Апреля 2025, 10:25

Салауат районында юл фажиғәһендә үҫмер ҡыҙ йәрәхәтләнде

Торналы – Сулпан автомобиль юлында бәлиғ булмаған ҡыҙ юл-транспорт фажиғәһендә ҡаза күрҙе.

Добавить в предпочтительные источники Google
Салауат районында юл фажиғәһендә үҫмер ҡыҙ йәрәхәтләндеСалауат районында юл фажиғәһендә үҫмер ҡыҙ йәрәхәтләнде
Салауат районында юл фажиғәһендә үҫмер ҡыҙ йәрәхәтләнде

21 йәшлек егет "ВАЗ-2105" автомобилендә төндә Янғантау ауылынан төшкән ваҡытта, идараны юғалтып, машинаны юлдың һул ситенә ауҙара. Юл-транспорт фажиғәһе һөҙөмтәһендә 14 йәшлек пассажирҙың башы етди йәрәхәтләнеп, ул Мәсәғүт үҙәк район дауаханаһына оҙатыла.

Салауат районы Дәүләт автоинспекцияһының юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген пропагандалау инспекторы Миләүшә Абдуллина хәбәр итеүенсә, егеттең водитель таныҡлығы булмауы һәм уның иҫерек килеш рулгә ултырыуы асыҡланған. Юл хәрәкәте ҡағиҙәһен боҙоусы яуаплылыҡҡа етди тарттырыласаҡ.

Фото: райондың Дәүләт автоинспекция бүлексәһе.

Автор:Айдар Нугаманов