-14 °С
Болотло
Комсомол ауылында 9 йәшлек малайҙы ҡеүәтле квадроцикл руле артында тотҡандар.
Райондың дәүләт автоинспекция хеҙмәткәрҙәре Комсомол ауылында рейд саралары барышында квадроциклға идара иткән бәләкәй баланы күреп ҡала. Ул Янғантау урта мәктәбенең 3-сө класс уҡыусыһы булып сыға. Малайға мототранспорт сараһын ата-әсәләре һатып алған.
Салауат районы Дәүләт автоинспекцияһы бүлексәһенең юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген пропагандалау инспекторы Миләүшә Абдуллина хәбәр итеүенсә, бәлиғ булмаған баланың ата-әсәһенә административ протокол төҙөлгән. Уларҙы 30 мең һум күләмендә штраф көтә.