Мәҡәлә
В Башкирии назвали даты, когда пенсионеры получат повышенные пенсииВ ДТП погиб депутат Горсовета УфыСалауат районы педагогтары тураһында китап сыҡтыБашҡортостанда "Ватанды һаҡлаусылар" филиалы яугирҙәрҙең торлағын яраҡлаштыраВ Салаватском районе Башкирии мужчина поджег машину женыНа трекере стартапа предприниматели освоили навыки грантового проектирования Центр молодежного туризма в Межвузовском кампусе открыл сезон экскурсийВ ближайшие три дня в Башкирии будет тёплая погодаБашкирский театр кукол впервые попал в число номинантов «Золотой маски»В Большеустьикинскую ЦРБ поступило новое медоборудованиеСибайское предприятие нарастило объем производства благодаряфинансовой поддержкеМәкерле сирҙе нисек танырға?В Уфе ограждение магазина обрушилось на две иномаркиРоссиянам анонсировали масштабное увеличение пенсийУроженке Башкирии удалось выжить после трагического крушения батискафа в ХургадеВ городе Башкирии объявились медведиЖителям Башкирии пояснили, как получить пенсионные накопления одной суммойУфимский хоспис собирает пожертвования для помощи тяжелобольнымМәскәү йырсыһы «Һомай» йырын русса башҡарған
Бөтә яңылыҡтар
10
Хәүефһеҙлек
26 Март , 17:05

Салауат районында Йүрүҙән йылғаһында боҙ шартлатылды

Салауат районында Йүрүҙән йылғаһында боҙ тығыны бөтөрөлдө. Малаяҙ һәм 1-се Иҙелбай ауылдарына һыу баҫыу ҡурҡынысы янамай.

Салауат районында Йүрүҙән йылғаһында боҙ шартлатылды
Салауат районында Йүрүҙән йылғаһында боҙ шартлатылды

Әгәр Иҙелбайҙа беренсе шартлатыуҙан тығынды бөтөрөп булһа, Малаяҙҙа өс тапҡыр шартлатырға тура килде, тип белдерҙеләр БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетында.

Малаяҙ ауылындағы генерал А.Ф. Әхмәтханов исемендәге зона эҙләү-ҡотҡарыу отряды начальнигы Давид Сабитов Башҡортостан юлдаш телеканалының тура эфирындағы брифингта хәбәр итеүенсә, Салауат районында Йүрүҙән йылғаһында боҙ ҡуҙғалды, тығындар бөтөрөлдө, ауылдарҙы һыу баҫыу хәүефе юҡ.

25 мартта ғәҙәттән тыш хеҙмәттәр хәрби белгестәр менән берлектә 6 район биләмәһендә 32 шартлатыу уҙғарған. 

Салауат районында Йүрүҙән йылғаһында боҙ тығындарын таҙартыу бөгөн дә дауам ителде. Шулай уҡ районда Әй йылғаһындағы тығындарҙы ла бөтөрөү буйынса саралар күрелде.

 

Автор:Айдар Нугаманов
Читайте нас: