Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
8 Ғинуар , 17:45

Боҙлауыҡ мәлендә һаҡ булығыҙ!

Иғтибар һәм һаҡлыҡ - уларҙы мотлаҡ боҙлауыҡта күҙ уңында тоторға кәрәк.

- Тайғаҡ урам буйлап йөрөгәндә ашыҡмағыҙ, киҫкен хәрәкәттәр эшләмәгеҙ, даими рәүештә аяҡ аҫтына ҡарағыҙ. 

- Аяҡтар бер аҙ йомшағыраҡ һәм тубыҡтар бөгөлгән булырға тейеш, кәүҙәне алға табан эйергә кәрәк.

- Ғәҙәттәгесә, боҙлауыҡ ваҡытында ҡулды кеҫәлә тотоу хәүефле: йығылғанда уны тартып сығарырға һәм берәй нәмәгә тотонорға өлгөрмәҫкә мөмкин.

- Ололарға осона резина ҡуйылған таяҡ менән йөрөргә тәҡдим ителә.

- Таймай торған аяҡ кейеме кейегеҙ, үксәһенә металл набойка ҡуйығыҙ, табанына лейкопластырь таҫмаһы йәбештерегеҙ, сығыр алдынан ҡомға баҫығыҙ. Аяҡ кейеме табанын наждак ҡағыҙы менән ышҡып сығырға мөмкин.

Боҙлауыҡ мәлендә йәйәүлеләргә лә, водителдәргә лә һаҡ булыу мөһим. 

Автор:Айдар Нугаманов
Читайте нас: