Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
28 Декабрь 2024, 17:22

Ҡыш көнө тауҙарҙа хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре

Сәйәхәттә үҙегеҙҙең хәүефһеҙлек тураһында онотмағыҙ.

Ҡыш көнө тауҙарҙа хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре
Ҡыш көнө тауҙарҙа хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре

Тауға сәйәхәтегеҙ хәүефһеҙ үтһен өсөн менән берлектә әҙерләгән яҙманы уҡығыҙ.

1. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының территориаль органына маршрутығыҙ тураһында хәбәр итегеҙ. Уның өсөн күрһәтелгән һылтанма буйынса теркәлегеҙ.

2. Тауға үҙегеҙ генә менмәгеҙ - төркөмдә маршрутты белгән тәжрибәле инструктор булырға тейеш.

3. Алдан маршрут төҙөгөҙ һәм финиш нөктәһен билдәләгеҙ. Ҡыш ҡараңғы иртә төшә, аҙашыуығыҙ һәм туңыуығыҙ ихтимал. Ҡәтғи рәүештә билдәләнгән юлдан барығыҙ, ҡояш байығансы лагерға туҡтағыҙ.

4. Һауа торошон күҙәтегеҙ. Әгәр ул насарайһа, сәфәрҙән баш тартығыҙ.

5. Яҡындарығыҙҙы маршрутығыҙ һәм ҡайтыу ваҡыты тураһында иҫкәртегеҙ.

6. Йылы кейенегеҙ. Поход кейеменең стандарт йыйылмаһы: термобелье, йылы салбар, йөн йәки йылы ойоҡбаш, флистан тегелгән кофта, куртка, башлыҡ, бирсәткә йәки бейәләй.

7. Үҙегеҙ менән ҡабымлыҡ һәм термоста ҡайнар сәй алығыҙ.

8. Шулай уҡ поход аптечкаһы һәм фонарь менән һыҙғыртҡыс та алырға онотмағыҙ.

9. Зарядлы кеҫә телефоны һәм портатив зарядлау ҡоролмаһы алығыҙ. Шулай уҡ спутник телефоны алыу ҙа яҡшы. Уларҙы йылыла һәм дымлы ерҙән ситтәрәк тотоғоҙ.

Хәүеф янағанда 112 һандары буйынса шылтыратығыҙ.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан 

Автор:
Читайте нас: