Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
27 Декабрь 2024, 15:32

Пиротехниканы нисек дөрөҫ ҡабыҙырға?

Ҡулланыу ваҡыты үткән һәм төргәге зыян күргән пиротехниканы ҡулланмағыҙ – уның янғынға сәбәпсе булыуы ихтимал.

Пиротехниканы нисек дөрөҫ ҡабыҙырға?
Пиротехниканы нисек дөрөҫ ҡабыҙырға?

Фейерверкты нисек дөрөҫ ҡулланырға – Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты белгестәре аңлата.

1. Пиротехниканы махсус магазиндарҙан ғына һатып алығыҙ.

2. Фейерверкты торлаҡ йорттарҙан, тиҙ тоҡана торған әйберҙәрҙән, ағастарҙан, электр линияларынан күрһәтмәһендә билдәләнгән алыҫлыҡта тоҡандырығыҙ. Был ара 50 метрҙан кәм булмаҫҡа тейеш.

3.  Янғынға ҡаршы режим индерелгәндә пиротехниканы махсус майҙансыҡтарҙа ғына тоҡандырырға рөхсәт ителә.

4. Пиротехниканы кеҫәгеҙҙә йөрөтмәгеҙ.

5. Тоҡандырғанда фитилде битегеҙгә яҡын килтермәгеҙ һәм янып торған фейерверкҡа яҡын бармағыҙ.

6. Көслө ел булғанда пиротехника менән ҡулланмағыҙ.

7. Фейерверкты кешеләргә һәм автомобилдәр аҫтына йүнәлтмәгеҙ, аяҡ аҫтына петардалар ташламағыҙ.

8. 16 йәшкә тиклемге балаларға һәм үҫмерҙәргә пиротехника ҡулланырға ярамай.

9. Тоҡандырыр алдынан фейерверктың ныҡлы беркетелгәнлегенә инанығыҙ: ул ҡоламаҫлыҡ булһын.

10. Пиротехника ҡабыҙғанда тәмәке тартмағыҙ.

Тоҡандырыр алдынан ҡулланыу буйынса күрһәтмәне иғтибар менән уҡып сығығыҙ һәм бөтә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәгеҙ.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:
Читайте нас: