Тағы ла ниндәй һаҡлыҡ сараларына иғтибар итергә кәрәк –
Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты белгестәре аңлата.
Иң мөһиме: баланы ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ.
- Тәбиғи шыршы урынына йомшаҡ энәле яһалма шыршы ҡуйыу яҡшыраҡ – бала энәләргә сәнселмәҫ һәм шырау ҡаҙалмаҫ.
- Бәләкәй шыршы ҡуйыу хәйерле – әгәр һаҡһыҙлыҡ арҡаһында шыршы йығылһа, бала артыҡ зыян күрмәйәсәк.
- Шыршыны һелкенеп тормаҫлыҡ итеп нығытырға кәрәк, йәки уның нигеҙе киң һәм ауыр булырға тейеш.
- Шыршыны бала менерҙәй мебель янына ҡуймағыҙ, сөнки ул уйынсыҡҡа үрелеп ҡолап төшөүе ихтимал. Шулай уҡ ағас эргәһенә ватыла торған әйберҙәр ҡуймағыҙ.
- Шыршыны ағас йәки пластик уйынсыҡтар менән биҙәгеҙ. Сабый ауыҙына ҡапмаһын өсөн уйынсыҡтар ҙур булырға тейеш. Уларҙа соҡоп алырлыҡ ваҡ декор булырға тейеш түгел.
- Шыршыға гирлянда, мишура һәм ялтырауыҡ аҫмағыҙ – бала, уларҙы тартып, ағасты йығасаҡ. Уларҙы баланың буйы етмәҫлек бейек урындарға элеү яҡшы.
- Батарейкалы һәм светодиодлы гирляндалар ҡулланығыҙ. Уларҙа көсөргәнеш түбән – бала сымды өҙгән осраҡта ла зыян булмай.
- Розеткаларға тығындар ҡуйығыҙ, ә гирляндаларҙың сымдарын ҡумтаға йәшерегеҙ.
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан