Ут яҡҡан мейесте ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ. Бәләкәй балаларға мейесте күҙәтергә ҡушмағыҙ.
- Балаларға ут тоҡандырырға ҡушмағыҙ;
- Тиҙ тоҡана торған шыйыҡсалар (бензин, кәрәсин һ.б.) менән мейес тоҡандырмағыҙ;
- Мейес алдына 50х70 сантиметр ҙурлығындағы янмай торған материалдан эшләнгән әйбер урынлаштырығыҙ;
- Ул әйбергә утын һәм яғыулыҡ материалдары ҡуймағыҙ;
- Мейестең ныҡлап ҡыҙыуына юл ҡуймағыҙ. Бының өсөн уны 2 сәғәттән артыҡ яғырға ярамай.
* Даими рәүештә мөрйәне һәм мейесте таҙартығыҙ;
* Мейес яҡҡанда ишеген асыҡ ҡалдырмағыҙ;
* Әгәр мейестә ярыҡтар йәки уның емерелгәнен күрһәгеҙ – йүнәтегеҙ. Әгәр үҙ көсөгөҙгә ышанмаһағыҙ, оҫта саҡырығыҙ;
* Кейемегеҙҙе мейес өҫтөндә киптермәгеҙ;
* Йоҡлар алдынан 2 сәғәт самаһы алдан мейес яғыуҙы туҡтатығыҙ.
Әгәр янғын билдәләре күрһәгеҙ, шунда уҡ 112 һандары буйынса шылтыратығыҙ.
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан
Сығанаҡ: https://vk.com/wall-210976796_3346