Республика етәксеһе уҙған аҙнала Шишмә районында “Патриот” хәрби-патриотик паркында ойошторолған ауыл биләмәләре башлыҡтары семинары һөҙөмтәһендә Салауат районының Мөрсәлим ауылында янғын һүндереү депоһы төҙөргә ҡушты. Был проблеманы осрашыу мәлендә Мөрсәлим ауыл биләмәһе башлығы Артур Ғәлиуллин күтәрҙе.
Бөгөн Башҡортостан Башлығы Республикаға идара итеү үҙәгендә (ЦУР) уҙған Хөкүмәт оператив кәңәшмәһендә БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Кирилл Первовҡа республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов менән берлектә был мәсьәләне хәл итеү бурысын йөкмәтте.
– Мөрсәлим – төньяҡ-көнсығышта янғын хәүефһеҙлеге буйынса һаҡланмаған ҙур ауыл. Унда саң ҡағалар: ауылдар күп, өс ҙур ауыл биләмәһе. Беҙ Ишембай районында яңы депо астыҡ. Уйлағыҙ, әгәр график буйынса бар икән, район башлығы менән эшләгеҙ, – тине Радий Хәбиров.
Район үҙәгенән алыҫ булған был яҡ Мөрсәлим, Тирмән, Первомайский ауыл биләмәләренә айырым янғын һүндереү депоһы булдырыу күптән өлгөргән мәсьәлә. Сөнки, янғын сыға ҡалһа, ярҙамды урындағы халыҡҡа Малаяҙҙан, йә иһә күрше Силәбе өлкәһенән көтөргә тура килә.
– Мөрсәлим ауыл биләмәһенең биш ауылында бөгөн бөтәһе 2700 кеше йәшәй. Мөрсәлимдә иҫке генә янғын һүндереү машинаһы бар һәм ул гаражда тора. Мөмкин булғанса ярҙамға сығалар. Әммә янғын хәүефһеҙлеге проблемаһы халыҡты бик ныҡ борсой. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров беҙҙең был сетерекле мәсьәләне хәл итеүҙе контролгә алыуы ҡыуандыра. 2025 йылда яңы янғын һүндереү депоһы асылыр, тип өмөтләнәбеҙ, – тине Мөрсәлим ауыл биләмәһе башлығы Артур Ғәлиуллин.
Әйтергә кәрәк, Башҡортостанда уҙған аҙнала Ишембай районының Һайран ауылында яңы янғын һүндереү депоһы асылды. Бер ҡатлы бинала ҡарауыл хеҙмәте, янғын һүндереү техникаһы һәм техник хеҙмәтләндереү гаражы, уҡыу һәм административ кабинеттар өсөн бүлмәләр ҡаралған. Бынан тыш, объект биләмәһендә уҡыу башняһы, шулай уҡ спорт майҙансығы һәм хоккей ҡумтаһы бар, улар урындағы халыҡ өсөн асыҡ.
Һүрәттә: Ишембай районының Һайран ауылында яңы асылған янғын депоһы (фото: glavarb.ru).