Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
2 Апрель , 21:58

Республика халҡы ташҡынды онлайн режимда күҙәтә ала

Башҡортостан халҡы "Ташҡын 2.0" ("Паводок 2.0") гидрологик хәүефен күҙәтеү, күҙаллау һәм анализлау системаһы ярҙамында онлайн режимында ташҡынды күҙәтә ала. Бының хаҡта Башҡортостан юлдаш телеканалында үткән брифинг барышында белдерелде.

Республика халҡы ташҡынды онлайн режимда күҙәтә ала
Республика халҡы ташҡынды онлайн режимда күҙәтә ала

"Ташҡын 2.0" системаһы республика йылғаларында - 54, һыуһаҡлағыстарҙа 3 контроль нөктәһен үҙ эсенә ала. Был ағымдағы хәлде реаль ваҡыт режимында күҙәтеү генә түгел, ә 14 көнгә һыу кимәленең тирбәлеүен күҙаллау мөмкинлеген дә бирә.

Системаға БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты сайты аша инергә була.

 

 

Автор:Айдар Нугаманов
Читайте нас: