Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
1 Апрель , 18:03

Башҡортостанда ташҡын: "тура эфир"ҙа брифинг

Республикаға ҙур һыу килә.

Хәл нисек үҫешә? Республика йылғаларында һыу кимәле ни тиклемгә күтәрелә? Әгәр подвалға һыу керһә, ҡайҙа мөрәжәғәт итергә? Һеҙҙең ауыл алдан күҙалланған ташҡын зонаһына эләгәме?

Ошо һәм башҡа һорауҙарға брифинг барышында Башҡортостандың профилле министрлыҡтары һәм ведомстволары вәкилдәре "тура эфир"ҙа яуап бирәсәк. Трансляцияны Башҡортостан юлдаш телеканалында, шулай уҡ @bash_tv (телеканалдың социаль селтәрҙәрендә), @tsur_bashkortostan (Башҡортостандың республикаға идара итеү үҙәге) һәм @bashkortostan_gov (республика Хөкүмәте) каналдарында ҡарағыҙ.

2 апрелдә 19:00 сәғәттә БСТ телеканалында брифингты ҡарарға онотмағыҙ (12+).

Автор:Айдар Нугаманов
Читайте нас: