Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
10 Ғинуар , 18:00

Балкондарҙы боҙҙан кем таҙартырға тейеш?

Торлаҡ күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты аңлата

Балкондарҙы боҙҙан кем таҙартырға тейеш?
Балкондарҙы боҙҙан кем таҙартырға тейеш?

Башҡортостандың Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Артур Дәүләтшин «Республика Башкортостан» гәзите уҡыусыларына күп фатирлы йорттарҙағы балкондарҙы боҙҙан, ҡарҙан һәм боҙбармаҡтарҙан кемдәр таҙартырға тейешлеген аңлатты.

Ведомство етәксеһе әйтеүенсә, балкондарға быяла ҡуйыу дөйөм йорт милкенә инмәй. Ләкин, РФ Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты ҡарары менән раҫланған Торлаҡ фондын техник файҙаланыу ҡағиҙәләренә һәм нормаларына ярашлы, күп фатирлы йорттарҙа кешеләрҙең имен йәшәүе өсөн идарасы ойошма яуаплы. Шулай итеп, боҙбармаҡтарҙан һәм ҡарҙан таҙартыу бурысы шунда ята.

Шул уҡ ваҡытта балкон һәм ҡыйыҡ хужалары ҡар һәм боҙ йыйылмаһын өсөн барыһын да күҙәтергә тейеш. Улар таҙартыу эштәрен башҡарыу өсөн идарасы ойошмаға ғариза бирергә тейеш.

Әгәр йортта идара итеүсе йәки хеҙмәтләндереүсе ойошма булмаһа, балкондарҙың һәм ҡыйыҡтарҙың тейешле торошо өсөн милекселәр үҙҙәре яуаплы. Ләкин муниципалитет биналарҙың һәм объекттарҙың төҙөклөгөн күҙәтергә тейеш.

Автор:Айдар Нугаманов
Читайте нас: