Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
4 Ғинуар , 20:20

Тау битләүендә хәүефһеҙлек: тәү башлап тау шыуыусыларға ҡулланма

Әгәр беренсе тапҡыр ҡарлы трассаны яуларға йыйынаһығыҙ икән, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен өйрәнергә онотмағыҙ!

Тау битләүендә хәүефһеҙлек: тәү башлап тау шыуыусыларға ҡулланма
Тау битләүендә хәүефһеҙлек: тәү башлап тау шыуыусыларға ҡулланма

⃣ Дөрөҫ кейем һайлағыҙ.
- 1-се ҡатлам — тирләгәндә өшөмәҫ өсөн термобелье;
- 2-се ҡатлам — джемпер, флистан булһа, яҡшыраҡ;
- 3-сө ҡатлам — куртка һәм салбар. Һыу үткәрмәүсе туҡымаларҙан һәм синтетик йылытҡыслыһын һайлағыҙ.

⃣ Тәндең төрлө өлөштәрен һаҡлаусы махсус әйберҙәр кейегеҙ. Шлем, тубыҡсалар, махсус шорты, беләк һөйәге өсөн ҡулайлама — былары хәүефһеҙ шыуыу өсөн тәү сиратта кәрәк буласаҡ йыйылма.

⃣ Тау битләүен инструктор менән яулай башлағыҙ.

⃣ «Аҡ кодекс»ты өйрәнегеҙ – унда саңғысыларҙың һәм сноубордсыларҙың трассала үҙен тотоу ҡағиҙәләре яҙылған. Кодексты Халыҡ-ара саңғысылар федерацияһы сығарған.

5. Дөрөҫ итеп ҡоларға өйрәнегеҙ:
- ҡолаһағыҙ — ситкә ҡоларға тырышығыҙ;
- алға ҡолаһағыҙ, саҡ ҡына ултыра төшөп, ҡулдарығыҙҙы терһәктән бөгөргә кәрәк. Ҡулығыҙҙы турайтмағыҙ, йығылғанда беләк һөйәген йәрәхәтләргә мөмкин. Йөҙөгөҙҙө ситкә бороп, тубыҡланып, терһәккә йығылырға тырышығыҙ;
- әгәр артҡа йығылһағыҙ, тәкмәс яһарға йыйынған кеүек, аяҡтарығыҙҙы бөгөп, арҡағыҙҙы түңәрәкләндерегеҙ һәм яңағығыҙҙы күкрәгегеҙгә ҡыҫығыҙ.

6. Маршрут билдәләренә иғтибар итегеҙ:
- йәшел - иң ябайы;
- зәңгәр - бер аҙ ҡатмарлы, әммә тәү башлап тау шыуыусылар өсөн яраҡлы;
- ҡыҙыл - ышаныслы шыуыусылар өсөн уртаса ҡатмарлыҡтағы кимәл;
- ҡара - иң ҡатмарлы трасса.

7. Күтәргескә ултырғанда һәм унан төшкәндә етеҙ хәрәкәт итергә һәм һаҡ булырға кәрәк. Күтәрелгәндән һуң шунда уҡ ситкә китегеҙ. Көтмәгәндә бугель күтәргестән ысҡынһағыҙ, шулай уҡ ситкә китергә кәрәк.

8. Бугель күтәргесенә ҡаршы йөрөү йәки уның хәрәкәт иткән эҙе буйлап шыуыу тыйыла.

Күңелле итеп тау шыуығыҙ!

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:
Читайте нас: