Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
13 Сентябрь 2023, 22:58

Төтөн еҫе һиҙгән саҡта нимә эшләргә?

Төтөн, көйөк еҫе һиҙгән саҡта үҙеңде тотоу ҡағиҙәләре - Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығы белгестәре аңлата

Төтөн еҫе һиҙгән саҡта нимә эшләргә?
Төтөн еҫе һиҙгән саҡта нимә эшләргә?
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығы белгестәре аңлата

Марлянан эшләнгән йә башҡа төрлө дымлы битлек файҙаланырға, күберәк таҙа һыу һәм йәшел сәй эсергә, көн дауамында һалҡын душ керергә тәҡдим ителә.

Тәҙрәләрҙе ябыҡ килеш тоторға, бүлмәне еүеш сепрәк менән һөртөп торорға һәм һауаны дымландырырға кәрәк.

Бигерәк тә танау ҡыуышлығын йыуырға һәм ауыҙҙы сайҡатырға. Шулай уҡ был осорҙа күҙ менән проблемалар килеп сыҡмаһын өсөн табиптар контакт линзаларҙа йөрөргә кәңәш итмәй.

Физик әүҙемлекте сикләргә.

Үпкә, йөрәк һәм аллергия сирҙәренән яфаланған кешеләргә үҙҙәре менән дарыуҙар алырға кәңәш ителә.

Һауала төтөн күпселек осраҡта иртә менән йыйыла, шуға күрә был ваҡытта урамда оҙаҡ йөрөүҙән тыйылырға кәрәк.
 
Балаларға һәм ауырлы ҡатындарға тышта оҙаҡ йөрөүҙән бөтөнләй баш тартырға кәрәк.

Еңел үҙләштерелә торған, витаминдарға һәм минераль матдәләргә бай аҙыҡ ашарға, йәшелсә- емешкә өҫтөнлөк бирергә. Майлы аҙыҡты сикләргә.

Мөмкин тиклем тәмәке тартыуҙы сикләргә, алкоголдән баш тартырға кәрәк.

Мөмкинлек булһа, төтөн баҫҡан тораҡ пункттан китергә йәки унда булыу ваҡытын сикләргә, балаларҙы, өлкәндәрҙе һәм сирлеләрҙе алып китергә кәрәк.

Һауа етмәү, йүткереү, йоҡоһоҙлоҡ йәки киҫкен ауыртыу билдәләре беленеү менән табипҡа мөрәжәғәт итергә.

Төтөн еҫе һиҙһәгеҙ, 112 номеры буйынса шылтыратығыҙ.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан
Автор:
Читайте нас: