Дачаны ҡышҡы миҙгелгә нисек әҙерләргә - Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы белгестәре аңлата.
Бер нисә ябай һәм мөһим ҡағиҙә:
1. Дача һәм баҡса йорттарын оҙаҡ ваҡытҡа ҡалдырған осраҡта электр утын һүндерергә, газ баллондары вентилен ныҡлап ябырға, иң яҡшыһы, уларҙы бөтөнләй участоктан сығарырға кәрәк.
2. Әгәр ҙә дача йәки мунса йылытыу мейестәре менән йыһазландырылһа, юлға сығыр алдынан мейестәге утты һүндереп, ҡуҙын һәм көлөн алырға кәрәк. Мөрйәне асыу яҡшыраҡ. Ҡар ҙа, ямғыр ҙа төшмәһен өсөн торбаны ҡаплағыҙ, ләкин һауа иркен үтеп инһен.
3. Участокты сүп-сарҙан һәм башҡа яғыулыҡ ҡалдыҡтарынан таҙартығыҙ.
4. Баҡса участоктарына, дачаларға һәм һыу сығанаҡтарына үтеү һәр ваҡыт асыҡ булырға тейеш. Тар һәм әйбер ҡуйылған юлдың хәүеф тыуған мәлдә янғын һүндереү техникаһының үтеүенә ҡамасау тыуҙырыуы ихтимал.
Ғәҙәттән тыш хәл тураһында 101 йәки 112 телефоны буйынса янғын һағына хәбәр итергә кәрәк. Һәр минуттың ҡәҙерле булыуы бар!
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан