Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
16 Август 2023, 17:20

Талпандан нисек һаҡланырға

Эпидемия миҙгеле башланғандан алып Башҡортостандың медицина ойошмаларына талпан тешләгән 9 115 кеше, шул иҫәптән 3 234 бала мөрәжәғәт иткән. 2023 йылда бөтәһе 13 инфекция боррелиозы һәм 7 талпан энцефалиты осрағы теркәлгән.

Талпандан нисек һаҡланырға
Талпандан нисек һаҡланырға
Август башындағы фажиғәле осраҡ хаҡында барығыҙ ҙа ишеткәндер. Талпан тешләгәндән һуң өҙлөгөү арҡаһында 17 йәшлек Рәсәй чемпионы Евгений Хвалько вафат булды. Бөжәк кеше һәм хайуандар өсөн хәүефле инфекция - талпан энцефалиты менән ағыулы булған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әлегә унан махсус дарыуҙар юҡ һәм беҙҙе вакцина ғына һаҡлай ала.

Талпандар тәүге көҙгө ҡырауҙарға тиклем әүҙем булып ҡала. Себерҙә, Волга буйында, Төньяҡ-Көнбайыш һәм Үҙәк федераль округтарҙың ҡайһы бер төбәктәрендә талпан энцефалиты менән зарарланыу хәүефе юғары.

Карточкаларҙа талпандан һаҡланыу тураһында мәғлүмәт бирелә. Уҡығыҙ, һаҡлағыҙ, туғандарығыҙ һәм дуҫтарығыҙ менән бүлешегеҙ. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ.

Талпанды тикшертеү мөмкин булған Башҡортостан лабораторияларының адрестары һәм телефондары түбәндәге һылтанмала бирелә: https://02.rospotrebnadzor.ru/content/173/34335/

Барығыҙға ла сәләмәтлек теләйбеҙ!

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан t.me/anlatabiz102/3172
Талпандан нисек һаҡланырға
Талпандан нисек һаҡланырға
Талпандан нисек һаҡланырға
Талпандан нисек һаҡланырға
Талпандан нисек һаҡланырға
Талпандан нисек һаҡланырға
Талпандан нисек һаҡланырға
Талпандан нисек һаҡланырға
Автор:
Читайте нас: