Туристик походҡа сығырға яратҡан һәр кем хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәргә тейеш. Юлда нимә генә булмауы мөмкин – аҙәшыуың йәки төрлө йәрәхәттәр алыуың бар.
Походта нисек имен йөрөргә?
Сәйәхәткә сығыр алдынан маршрутығыҙҙы теркәгеҙ. Быны 10 көн алдан онлайн йәки үҙегеҙ ял иткән төбәктең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы бүлегендә шәхсән теркәргә мөмкин. Датаһын, төркөм составын, ҡатнашыусылар менән бәйләнеш мөмкинлектәрен, ҡорамалдарығыҙҙы һәм төнгөлөккә ял итеү урындарын күрһәтегеҙ.
Шулай уҡ Башҡортостанда 112 мобиль ҡушымтаһы эшләй. Ҡушымта аша ваҡиға тураһында хәбәр итергә һәм ярҙам һорарға мөмкин. Уны телефонығыҙға ҡуйыу өсөн һылтанма буйынса үтегеҙ:
112 ҡушымтаһында Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының яңылыҡтары һәм мөһим мәғлүмәттәр менән танышып барырға мөмкин.
Турпоходҡа сыҡҡанда төп хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре менән карточкаларҙа таныштырабыҙ.
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан
Сығанаҡ: https://t.me/anlatabiz102/3065