Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
11 Июль 2023, 16:56

Башҡортостанда янғын тураһында иҫкәртеүсе приборҙарҙы кемгә бушлай алырға мөмкин?

Йортто янғындан һаҡларға янғынды иҫкәртеүсе прибор ярҙам итәсәк

Башҡортостанда янғын тураһында иҫкәртеүсе приборҙарҙы кемгә бушлай алырға мөмкин?
Башҡортостанда янғын тураһында иҫкәртеүсе приборҙарҙы кемгә бушлай алырға мөмкин?

Был - төтөн датчигы, йәғни янғынды теркәй һәм уның хаҡында хәбәр итә алған махсус сигнализация ҡоролмаһы.

Башҡортостанда янғынды иҫкәртеүсе приборҙар социаль ярҙам сараһы булараҡ бушлай бирелгән граждандарҙың исемлеге:

  социаль яҡтан хәүефле булған ғаиләләр
  аҙ тәьмин ителгән күп балалы ғаиләләр
  бала тапҡан ғаиләләр
  яңғыҙ йәшәгән 55 йәштән өлкән кешеләр
  Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары (ентеклерәк - ошонда https://vk.cc/cpohdj)
  Бөйөк Ватан һуғышы инвалидтары (ентеклерәк - ошонда https://vk.cc/cpohhP)
  һәләк булған (мәрхүм) һуғыш инвалидының, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусының ғаилә ағзалары
  икенсе донъя һуғышы осоронда фашистар һәм уларҙың союздаштары тарафынан ойошторолған концлагерҙарҙың, геттоларҙың, башҡа мәжбүри тотоу урындарының бәлиғ булмаған әсирҙәре
  хәрби хәрәкәт инвалидтары
  хәрби хәрәкәт ветерандары
  1927 йылдың 22 июненән 1945 йылдың 03 сентябренә тиклемге осорҙа тыуған “һуғыш балалары”
  2018 йылдың 1 ғинуарына тиклем тыуған 7 йәшкә тиклемге балалары булған ғаиләләр (ғариза биреү тәртибендә)

2023 йылдың 29 июненән был хоҡуҡ менән түбәндәгеләр ҙә файҙалана ала:

  баҡса, баҡса һәм дача ширҡәттәрендә теркәлгән кешеләр
  шәхси йорттарҙа йәшәүсе пенсионерҙар (ентеклерәк - ошонда https://vk.cc/cpomwm)

Автономлы янғын иҫкәртеүсе прибор алыу өсөн ғариза ҡалдырырға кәрәк. Бына бер нисә вариант:

  Янғындарҙы иҫкәртеү үҙәгендә күрһәтелгән телефон буйынса: 8 (347) 272-00-24 (эш көндәрендә 9.00-18.00)
  электрон почта аша: [email protected]
  БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының рәсми сайтында «Граждандарҙың мөрәжәғәттәре» бүлеге аша https://vk.cc/cp8z7Y
  республика дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр порталы аша https://gosuslugi.bashkortostan.ru/#/
  Күп функциялы үҙәк аша https://vk.cc/ckQ0w0

Ентеклерәк мәғлүмәт - Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты сайтында https://vk.cc/cpoysA

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Сығанаҡ: https://vk.com/anlatabiz102?w=wall-210976796_2077 

Автор:
Читайте нас: