Хәүефһеҙлек
7 Июля 2023, 14:00

Башҡортостан юлдарында бөгөндән рейдтар башлана

Республика Дәүләт автоинспекцияһы ошо ял көндәрендә республика, муниципаль автомобиль юлдарында, шул иҫәптән Салауат районында ла, иҫкәртеү саралары уҙғара.

Добавить в предпочтительные источники Google
Башҡортостан юлдарында бөгөндән рейдтар башланаБашҡортостан юлдарында бөгөндән рейдтар башлана
Башҡортостан юлдарында бөгөндән рейдтар башлана

"Юл-патруль хеҙмәте экипаждары юл-транспорт ваҡиғаларын иҫкәртеүгә, Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен тупаҫ боҙоуҙарҙы асыҡлауға һәм уларға юл ҡуймауға йүнәлтелә. Иҫерек водителдәргә айырым иғтибар биреләсәк", - тип белдерҙе республика ЮХХДИ идаралығы начальнигы Владимир Севастьянов телеграм-каналында.

Граждандар үҙҙәре лә Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен тупаҫ боҙоу факттары тураһында хәбәр итә ала. Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының ышаныс телефоны 8(347) 279-32-92, ЮХХДИ-ның телеграм-чаты @GIBDDRB_02bot. 

Фото: https://t.me/V_Sevastyanov 

Автор:Айдар Нугаманов