Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
28 Апрель 2023, 23:17

Ял көндәрендә рейдтар уҙғарыла

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығы янғындарҙы иҫкәртеү һәм янғын хәүефһеҙлеге талаптарын боҙоусыларҙы асыҡлау буйынса күләмле профилактик рейдтар үткәрә.

Ял көндәрендә рейдтар уҙғарыла
Ял көндәрендә рейдтар уҙғарыла

Урындағы үҙидара органдары, Эске эштәр министрлығы һәм башҡа министрлыҡтар, ведомстволар йәлеп ителәсәк.

Тәүлек һайын 150 патруль-маневр төркөмө эшләйәсәк. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының личный составы, шул иҫәптән 100-ҙән ашыу янғын күҙәтеү буйынса дәүләт инспекторы йәлеп ителде. Күҙәтеү өсөн квадрокоптерҙар ҡулланыу һәм хәлгә йыһандан мониторинг үткәреү планлаштырыла.

Сүп-сар, үлән, шулай уҡ усаҡ яҡҡанда ҡағиҙә боҙоуҙар асыҡланған осраҡта административ яза саралары күреләсәк.

Янғынға ҡаршы махсус режим ғәмәлдә булғанда янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙған өсөн штраф ҡаралған:

- халыҡҡа - 10-20 мең һум;

- вазифалы кешеләр өсөн - 30-60 мең һум;

- юридик шәхестәр өсөн - 400-ҙән 800 мең һумға тиклем.

Автор:
Читайте нас: