Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
28 Апрель 2023, 22:53

Башҡортостанда урман фонды ерҙәрен һауанан патрулләү дауам итә

28 апрелдә янғын хәүефенең юғары булыуына бәйле төбәктең Урман хужалығы министрлығы сираттағы авиация патруллеген ойошторҙо.

Башҡортостанда урман фонды ерҙәрен һауанан патрулләү дауам итә
Башҡортостанда урман фонды ерҙәрен һауанан патрулләү дауам итә

Республиканың урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдиновтың һүҙҙәренсә, авиация патруллеге 3-5 класлы янғын хәүефе асыҡланған осраҡта, урман янғындары сығыу ихтималлығы юғары булғанда ҡулланыла. Авиация разведкаһы янғын сығанаҡтарын тиҙ арала табырға һәм уларҙы ваҡытында асыҡларға ярҙам итә.

- Бөгөнгө көндә авиация ярҙамында патруллек итеү юлы менән урман фондының 4,1 миллион гектар биләмәһе, йәғни 72 проценты мониторинглана, - тип билдәләне төбәктең урман ведомствоһы етәксеһе.

Янғын йәһәтенән хәүефле миҙгел башланғандан алып (быйыл ул 31 мартта асылды) дөйөм алғанда 10 сәғәт дауамында 3 тапҡыр осоу ойошторолдо.

Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, 17 апрелдән 15 майға тиклем республика биләмәһендә янғынға ҡаршы махсус режим индерелде, шул иҫәптән урман фонды ерҙәрендә лә, ә 30 апрелдән янғын хәүефе класы урынлашыуы, урмандарға рекреацион йөкләмәнең артыуы, ел көсөргәнешенең көсәйеүен һәм урмандарҙа янғындарға бәйле ғәҙәттән тыш хәлдәр сығыу хәүефен күҙаллау менән бәйле граждандарҙың урмандарҙа булыуы сикләнә. Талаптар хеҙмәт эшмәкәрлеге урмандарҙы һаҡлау, яҡлау буйынса сараларҙы тормошҡа ашырыусы кешеләргә ҡағылмай.

- Ғәҙәттә, осоштар 800 метр бейеклектә башҡарыла, таулы ерҙә бейеклеге 1,5 мең метрға тиклем арта, күҙәтеү майҙанының радиусы - 30 километр, - тип һөйләне республиканың Урман янғындарын иҫкәртеү үҙәге етәксеһе Айрат Йосопов.

Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә 30 авиапатруллек маршруты билдәләнгән, шуларҙың 6-һы - төп, оҙонлоғо 3,5 мең саҡрым һәм 24-е - резерв, ғәҙәттән тыш хәл килеп тыуған осраҡта.

Бөгөнгө маршрут Өфө, Архангел, Инйәр, Белорет, Әүжән, Бөрйән, Баймаҡ, Йылайыр, Кананикольск, Ейәнсура, Күгәрсен, Көйөргәҙе, Мәләүез, Стәрлетамаҡ, Ишембай, Ғафури урман хужалыҡтары биләмәләре өҫтөнән уҙҙы. Уның оҙонлоғо 880 саҡрымдан ашыу тәшкил итте.

Иртә яҙҙы һәм юғары температураны иҫәпкә алып, ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙә һәм башҡа ер категорияларында ландшафт янғындары артҡан. Шулай итеп, урман фонды биләмәһендә 2023 йылдың 31 мартынан 28 апреленә тиклем 16 урман янғыны теркәлгән, шуларҙың етәүһе - халыҡтың ут менән һаҡһыҙ эш итеүе һөҙөмтәһендә, 9-ы башҡа категория ерҙәренән күсеү һөҙөмтәһендә сыҡҡан. Янғындың дөйөм майҙаны 53,5 гектар тәшкил иткән.

Янғынға ҡаршы махсус режим осоронда урмандарҙа янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙған өсөн, шул иҫәптән граждандарҙың урманға барыуын һәм уларға транспорт менән инеүен сикләгән осорҙа административ яуаплылыҡ ҡаралған. Ошо талаптарҙы боҙған граждандарға 40 меңдән 50 мең һумға тиклем штраф һалына, әгәр янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙоу һөҙөмтәһендә урман янғыны сығыу сәбәпле 50 меңдән 60 мең һумға тиклем штраф, шулай уҡ Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 261-се статьяһының 1-се йәки 2-се өлөшө буйынса енәйәт яуаплылығы (өс йылға тиклем иректән мәхрүм итеү) ҡаралған. Юридик берәмектәргә - 600 меңдән 1 миллион һумғаса, ә урман янғыны сыҡҡанда бер миллиондан ике миллион һумғаса административ штраф ҡаралған.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, урманда янғын башланғанын күрһәгеҙ, Башҡортостан Республикаһы Урман хужалығы министрлығының Төбәк диспетчер хеҙмәтенә 8 (347) 218-14-14 йәки 8 (800) 100-94-00 телефоны буйынса шылтырата алаһығыҙ.

Башҡортостан Республикаһының Урман хужалығы министрлығы матбуғат хеҙмәте.

Башҡортостанда урман фонды ерҙәрен һауанан патрулләү дауам итә
Башҡортостанда урман фонды ерҙәрен һауанан патрулләү дауам итә
Башҡортостанда урман фонды ерҙәрен һауанан патрулләү дауам итә
Башҡортостанда урман фонды ерҙәрен һауанан патрулләү дауам итә
Автор:
Читайте нас: