Микротулҡынлы мейес һәм плитә менән файҙаланыуҙың төп ҡағиҙәләрен аңлатығыҙ. Һаҡ булмау йәки уйламайынса эш итеү ниндәй эҙемтәләргә килтерә алыуын һөйләгеҙ. Өйҙән сыҡҡанда бөтә электр приборҙарын һүндерегеҙ һәм баланы ла шуға өйрәтегеҙ. Ғәмәлдәрегеҙ уның өсөн өлгө һәм янғынды иҫкәртеүгә ыңғай миҫал булһын.
Ҡайһы ваҡыт ата-әсәләр бәләкәй балаһын өйҙә яңғыҙы ҡалдырырға тура килгән мәлдәр ҙә була. Был осраҡта хәүефле предметтарҙың барыһы ла яҡшы йәшерелгәнме, юҡмы икәнлеген тикшерегеҙ. Ишекте асҡыс менән бикләмәгеҙ, сөнки янғын сыҡһа бала фатирҙан сыға алмай. Күренеп торған урынға янғын йәки ҡотҡарыу хеҙмәттәренең телефон номерын беркетегеҙ.
Хәүеф янаған осраҡта балалар йыш ҡына шкафҡа, карауат аҫтына йәшенә. Уға ни өсөн быны эшләргә кәрәкмәгәнен аңлатырға кәрәк. Янғындың тәүге билдәләрен (төтөн, еҫ) асыҡлағанда үҙ-үҙеңде тотоу тәртибен һөйләгеҙ.
Өлкәндәр өсөн кәңәштәр!
Ут менән бәйле хәүефле хәлгә юл ҡуймаҫҡа ярҙам итерҙәй ошо кәңәштәрҙе хәтерҙә тотоу зарур:
- үҙегеҙ булмағанда балаларығыҙға шырпы, шәм менән ҡулланырға рөхсәт итмәгеҙ;
- бәләкәй балаларҙы асыҡ эшләгән электр приборҙары, камин йәки мейес янында яңғыҙ ҡалдырмағыҙ;
- әгәр газ плитәһе булһа, баланы бер үҙен өйҙә ҡалдырырға тура килгәндә газ вентилен ябығыҙ. Газ плитаһы конфоркалары менән файҙаланғанда, балаларҙы күҙ уңынан ысҡындырмағыҙ;
- шырпы, ҡабыҙғысты үҙегеҙ һатып алығыҙ. Быны балағыҙға ҡушмағыҙ;
- үҙегеҙҙең эш итеүегеҙҙе күҙәтегеҙ. Өлкәндәрҙең ҡылығы һүҙҙәрҙән һәм тыйыуҙарҙан ҡайһы ваҡыт яҡшыраҡ була;
- ғәҙәттән тыш хеҙмәттәрҙең телефон номерҙарын балаларығыҙ менән бергә ятлап алығыҙ;
- әгәр ҙә ут менән уйнаған йәки усаҡ яғыусы үҫмерҙәрҙе күрһәгеҙ, улар янынан тыныс ҡына уҙмағыҙ;
- төрлө төрҙәге янғындарҙы нисек һүндерергә кәрәклеген һөйләгеҙ;
- йылытыу һәм электр приборҙары менән ҡулланыу ҡағиҙәләрен дә бала белергә тейеш;
- балаға янғын ваҡытында файҙаланырға мөмкин булған төрлө запас йәки авария сығыу юлдарын күрһәтегеҙ.
Эҙемтәләр ихтималлығы хаҡында ҡуйыртып һөйләүҙән ҡурҡмағыҙ. Балаларҙың күҙ алдына килтерә белеү һәләте һәм фантазияһы бар, һәм ябай шәм утының ниндәй фажиғәләргә килтерә алыуын белгәс, ул быны ғүмерлеккә иҫтә ҡалдырыр.
Янғын ваҡытында балаларға нимә эшләргә?
Балағыҙҙы янғын ваҡытында дөрөҫ эш итергә өйрәтегеҙ. Балалар менән тиң аралашығыҙ. Улар, кәрәкле мәғлүмәткә эйә булып һәм нимә эшләргә кәрәклеген белһә, экстремаль хәлдәрҙә дөрөҫ ҡарар ҡабул итә ала. Балалар сыҙамлы, хәүефле осраҡтарҙа өлкәндәргә ҡарағанда эмоциональ яҡтан көслөрәк.
Артур ХӘБИБУЛЛИН, Дыуан район-ара күҙәтеү эшмәкәрлеге һәм профилактик эш бүлегенең өлкән дознавателе.