Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
18 Ноябрь 2022, 14:04

Шаран районының бер ауылында билдәһеҙ йәнлек ҡаҙҙарҙы быуып, ҡанын эсеп ҡасҡан

Шаран районы ауылдарының береһенә төндә билдәһеҙ йәнлек һөжүм иткән. Ул шәхси ихаталағы 12 ҡаҙҙы быуып, ҡанын эсеп ҡасҡан. Был хаҡта «Башинформ»ға урында йәшәүселәр хәбәр итте. Уларҙың әйтеүенсә, 16 ноябрҙән 17-һенә ҡарай төндә хужабикә ҡаҙҙарын ҡураға индереп бикләгән, иртәгәһенә ҡор-ҡортто һуйырға тейеш булғандар. Ләкин иртән тороуға ҡаҙҙар үлеп ятҡан. Һарайҙың эсендә ҡан эҙҙәре лә юҡ.

Шаран районының бер ауылында билдәһеҙ йәнлек ҡаҙҙарҙы быуып, ҡанын эсеп ҡасҡан
Шаран районының бер ауылында билдәһеҙ йәнлек ҡаҙҙарҙы быуып, ҡанын эсеп ҡасҡан

«Әйтерһең дә, ҡаҙҙы йоҡоға талдырғандар ҙа, муйынының ике яғына сәнскәндәр. Хужабикә бер ниндәй шау-шыуҙы, эт өргән тауышты, ҡаҙҙарҙың ҡаңғылдашыуын ишетмәгән. Ә ҡаҙҙарҙың тауышынан бөтә ауыл уянырға мөмкин бит», - ти «Башинформ» әңгәмәсеһе.

Йыртҡыс ҡураға ерҙе өңөп ингән. Һарай янында ҡарҙа ниндәйҙер эҙҙәр табылған. Ошо ауылда йәшәгән урмансы әйтеүенсә, был төлкө түгел, сөнки уның тәпәйе бәләкәйерәк. Шулай уҡ йәтсәгә лә, көҙәнгә лә оҡшамаған, ти ул.  

Автор:"Башинформ"
Читайте нас: