Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
17 Февраль 2022, 17:26

Башҡортостанда юлдарҙағы фотовидеотеркәү камералары 1815 данаға етәсәк

Башҡортостан Башлығы ҡушыуы буйынса 1 мартҡа тиклем төбәк әһәмиәтендәге юлдарҙа стационар фотовидеотеркәү комплекстары һаны 1815 берәмеккә еткерелә, был 2020 йылғы күрһәткестәрҙән 79 процентҡа күберәк. 1815 комплекстың 1746-һы – стационар, 63-ө – күсмә, 6-һы мобиль ҡоролмалар. Шуларҙан быйыл ғына 330 камера өҫтәлде.

Башҡортостанда юлдарҙағы фотовидеотеркәү камералары 1815 данаға етәсәк
Башҡортостанда юлдарҙағы фотовидеотеркәү камералары 1815 данаға етәсәк

Анализ күрһәтеүенсә, был водителдәрҙе юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен һәм тиҙлек режимын үтәргә мәжбүр иткән сараларҙың береһе. Уҙған йылдың авгусынан камералар урынлашҡан урындарҙа юл-транспорт ваҡиғалары һаны – 4,1 процентҡа, юл-транспорт ваҡиғалары һөҙөмтәһендә үлем кимәле 3,2 процентҡа, йәрәхәтләнеүселәр һаны 6 процентҡа кәмегән. Хөрмәтле юл хәрәкәтендә ҡатнашыусылар, беҙҙең өсөн һәр ҡотҡарылған кеше ғүмере мөһим, – тине Башҡортостан Республикаһының транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Булушев.

Бер үк ваҡытта комплекстар яңынан күсерелә. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса федераль әһәмиәттәге дөйөм ҡулланылыштағы юлдарға 50 өҫтәмә комплексты күсереү буйынса эш башланды. Әлеге ваҡытта 31 комплекс күсерелгән, ҡалғандары буйынса эш башлау һәм көйләү эштәре алып барыла, улар ҙа 2022 йылдың 1 мартына тиклем тамамланырға тейеш.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙы автоматик фотовидеотеркәү комплекстары урынлашҡан урындар хаҡында мөһим мәғлүмәтте Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы, Юл хәрәкәтен ойоштороу үҙәге сайттарында табырға мөмкин. Уларҙа ғәмәлдәге фотовидеотеркәү комплекстарының урынлашыу тамғалары менән интерактив картаға күсеү мөмкинлеге булған баннерҙар урынлаштырылған. Интерактив карталағы мәғлүмәт реаль ваҡыт режимында яңыртыла. Карта менән танышыу өсөн ошо һылтанма буйынса үтегеҙ: http://svkrb.ru/kam/index.html

Фото: БР Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы.

Автор:Айдар Нугаманов
Читайте нас: