Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
17 Февраль 2022, 18:35

Башҡортостанда 1815 юл камераһы ҡуйылды. Салауат районында улар ҡайҙа урынлашҡан?

Салауат районында стационар фотовидеотеркәү комплекстары Кропачево – Мәсәғүт – Әшит төбәк әһәмиәтендәге автомобиль юлына ҡуйылған.

Башҡортостанда 1815 юл камераһы ҡуйылды. Салауат районында улар ҡайҙа урынлашҡан?
Башҡортостанда 1815 юл камераһы ҡуйылды. Салауат районында улар ҡайҙа урынлашҡан?

Бөтәһе 8 камера трасса буйындағы ауылдар эсендә урынлашҡан. Малаяҙ ауылында 3 фотовидеотеркәү ҡоролмаһы булһа, Яңы Ҡаратаулы, Татар Малаяҙы ауылдары янына ла берәр камера ҡуйылған. Комсомол, Сулпан, Мәсетле ауылдарында ла шундай уҡ комплекстар урынлашҡан.   

Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙы автоматик рәүештә фотовидеотеркәү комплекстары ҡуйылған урындар хаҡында мөһим мәғлүмәтте ошо һылтанма буйынса үтеп: http://svkrb.ru/kam/index.html интерактив картанан белергә мөмкин. Ундағы мәғлүмәт ысынбарлыҡ ваҡыты режимында яңыртылып тора.

Хәбәр итеүебеҙсә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса 1 мартҡа тиклем республика юлдарында фотовидеотеркәү комплекстары һаны 1815 берәмеккә арттырыласаҡ. Быйыл 330 камера өҫтәлә.      

 

Башҡортостанда 1815 юл камераһы ҡуйылды. Салауат районында улар ҡайҙа урынлашҡан?
Башҡортостанда 1815 юл камераһы ҡуйылды. Салауат районында улар ҡайҙа урынлашҡан?
Автор:Айдар Нугаманов
Читайте нас: