Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
26 Октябрь 2021, 12:43

Балаларҙың хәүефһеҙлеген хәстәрләп

Кисә, 25 октябрҙән, “Иғтибар – балалар!” профилактик сараһы башлана.

Балаларҙың хәүефһеҙлеген хәстәрләп
Балаларҙың хәүефһеҙлеген хәстәрләп

Башҡортостан буйынса Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы һәм мәғариф органдары бөгөндән, йәғни 25 октябрҙән, “Иғтибар – балалар!” профилактик сараһын уҙғара. Ул үҙ эсенә балаларҙың юл-транспорт ваҡиғаларында йәрәхәт алыуын иҫкәртеү буйынса тотош саралар комплексын ала.

Ағымдағы йылдың туғыҙ айында республика юлдарында балалар ҡатнашлығында 377 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Үкенескә ҡаршы, уларҙа 16 баланың ғүмере өҙөлгән, тағы 420 бала төрлө тән йәрәхәттәре алған. Улар араһынан 163 бала пассажир булған. Һәләк булған бәләкәстәрҙең 14-е, йәрәхәт алыусыларҙың 198-е ошо төркөмгә ҡарай. Юл-транспорт ваҡиғаларының һигеҙ осрағында хәүефһеҙлек ҡайыштары йәки балалар өсөн тәғәйенләнгән ултыртыу ҡорамалдары ҡулланылмаған, ошо сәбәп ике баланың ғүмерен өҙөүгә килтергән.

Бәлиғ булмағандар ҡатнашлығындағы юл-транспорт ваҡиғаларының һанын кәметеү маҡсатында ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре бәлиғ булмағандар эштәре буйынса инспекторҙар менән берлектә рейдтар үткәрәсәк, ә мәғариф ойошмалары педагогтары уҡыусыларға тағы бер тапҡыр юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен иҫкә төшөрәсәк. Был осорҙа транспорт сараларында балаларҙы йөрөтөү ҡағиҙәләрен үтәүгә лә иғтибар арттырыласаҡ.

Республикалағы эпидемиологик хәл-торошто иҫәпкә алып, тематик саралар һәм конкурстар онлайн-алымда уҙғарыласаҡ. Саралар ноябрь айына тиклем дауам итә.

Фото: ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәте.  

Автор:"Башҡортостан"
Читайте нас: